"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

"Аҡса өсөн барманым"

Ауыр яра алғандан һуң реабилитацияға ҡайтҡан "Красный"ҙан ни өсөн махсус хәрби операцияға юлланыуы менән ҡыҙыҡһынам.

"Аҡса өсөн барманым"
"Аҡса өсөн барманым"

- Мин реклама баннерын күргәс, ундағы "Беҙ һине көтәбеҙ, брат!" тигән яҙыу тап миңә өндәшкән кеүек ҡабул иттем, - ти Марат. Ул оҙаҡ уйлап тормай, военкоматҡа юллана һәм контракт төҙөй. - Шөкөр, эш хаҡын ваҡытында һәм теүәл түләйҙәр. Әммә мин унда аҡса өсөн барманым!"

- Минең нишләп ундай позывной алыуым күптәргә ҡыҙыҡ. Ҡыҙара торған ғәҙәт бар, шул яғым менән күптәрҙән айырылам. Шуға ла үҙемде шулай тип атаным.

"Красный" снаряд ярсығы эләгеп, ҡаты яралана. Әле бер нисә операция үткәргән яугир оҙайлы ялға ауылына ҡайтты.

"Бөтә ярсыҡтарҙы ла алып бөтә алманылар. Бер нисә ярсыҡ йөрөтәм", - ти яугир. Көн алмашынғанда улар айырыуса борсоуға һала икән. - "Яралар һыҙлай, уларҙан бигерәк йөрәк һыҙлай. Тегендәге егеттәрҙе уйлап өҙгөләнәм. Ял аҙағына хәлем еңеләйер һәм мин йәнә ил һағына баҫырмын!"

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: