Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ”

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында яҙыуҙы дауам итәбеҙ. Ошо арала ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Вилдан Х. редакция инеп, фронт хәлдәре тураһында һөйләп китте. Ул шулай уҡ Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов менән дә осрашып, алғы һыҙыҡтағы хәрби хеҙмәт, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләште.

“Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ”
“Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ”

– Штаб начальнигы урынбаҫары булып хеҙмәт итеүемде дауам итәм. Батыр яраһыҙ булмай тигәндәй, яраланып та алдым. Дауаландым, операция үткәрҙем. Бер бәләкәй ярсыҡ тороп ҡалды әле  муйында, – тип һөйләне 2022 йылдың 31 октябренән бирле Украинала хәрби бурысын үтәгән яугир.

Тиҙҙән Вилдан хеҙмәттәштәре янына юллан. Беҙ яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Уның һәм барлыҡ яугирҙәрҙең иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Вилдан битараф булмаған барлыҡ яҡташтарға терәк булғандары, ярҙамдары өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. “Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ”, – ти һалдат.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: