"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ”

Тыуған илеңде һағыныу тойғоһо, яҡындарың өсөн борсолоу, аҙым һайын һағалаусы хәүеф... Махсус хәрби операция урынында алғы һыҙыҡта булыусы яҡташтарыбыҙ бына инде йыл ярымдан күберәк ошо кисерештәр менән йәшәй.

“Бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ”
“Бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ”

Күптән түгел редакцияға өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операция урынына юлланыусы, хәҙер взвод командиры булып хеҙмәт итеүсе “Пчелка” килде. Мобилизацияланыусы яҡташтарыбыҙ араһында айырыуса әүҙемлеге, иғтибарлылығы менән айырылып торған яугир менән шулай итеп яҡындан таныштыҡ.

– Минең турала ғына яҙмағыҙ. Мин бөгөн үҙемдең взводта хеҙмәт итеүсе егеттәр тураһында һөйләйем. Уларҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ, беҙ күптән бер ғаилә! – тине ул.

29 кешенән торған взводта Ейәнсуранан 16 һалдат хеҙмәт итә икән, ҡалған 13-ө – күрше Күгәрсен районынан. “Дэйл”, “Шустрый”, “Каптер”, “Фаза”, “Рус”, “Ян”, “Фикус”, “Уха”, “Гальян”, “Фартовый”, “Хабиб”, “Вабя”, “Кузьмич”, ”Мирон”, “Бекон” атамалы яҡташ яугирҙәрҙе командирҙары “Пчелка” тик яҡшы яҡтан телгә алды. Взводта һәр береһе нимәгәлер оҫта ир-егеттәр йыйылған икән. Уларҙың барыһының да үҙ бурыстары, эше бар.

– Мобилизацияға эләккәс башта билдәһеҙлек алдында баҙап ҡалдыҡ. Етмәһә, һағыныу тойғоһо үҙәкте өҙә ине. Бер ай самаһы йыуынырға шарттар булмау кеүек һәм башҡа төрлө ҡыйынлыҡтар артта ҡалды. Хәҙер инде күнектек, үҙебеҙ шарттар булдырҙыҡ. Еңеү яулап ҡайтырға ғына ҡалды, – ти “Пчелка”.

– Иптәшем шундай көслө рухлы булмаһа был ауыр ваҡытты нисек үткәрер инек икән? Кәйефем булмағанда, аптырап ҡалғанда, ҡулыма эш бармағанда ул минең дәртләндереүсем дә, йыуатыусым да булды. Үҙе ауыр шарттарҙа булһа ла, һәр саҡ беҙҙең рухты күтәрергә тырышты. Улыбыҙ ҙа атаһын айырыусы ныҡ һағынды. Иптәшемдең ҡайтыуын белгәс: “Атайымды иң беренсе булып мин ҡосаҡлайым!” тип, урамда эскәмйәлә көтөп ултырҙы, – ти “Пчелканың” тормош иптәше Гүзәл.

Айнә ИМАНҒОЛОВА.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: