"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Илде һаҡлау тигән бурыс бар”

Ике йылдан артыҡ дауам иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙ әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып тора. Башҡорт Үргене ауылынан “Фара” позывнойлы яҡташыбыҙ менән осрашып, һалдат тормошо хаҡында һөйләшеү форсаты тейҙе. Йыл ярымдан артыҡ Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт иткән “Фара” үҙенең кисерештәре менән бүлеште. Үрген егете лә хәрби хеҙмәте тураһында бик ихлас һәм тыныс ҡына итеп һөйләй. Әммә был тыныслыҡ артында ҡыйыулыҡ һәм сабырлыҡ йәшеренгәне көн кеүек асыҡ. Беҙҙең милләт егеттәренә маҡтаныу, ҡупыҡланыу хас түгел шул.

“Илде һаҡлау тигән бурыс бар”
“Илде һаҡлау тигән бурыс бар”

 

“Фара” Пенза ҡалаһында әҙерлек үткәндә үк снайпер итеп билдәләнгән. Ошонда уға СВД (Драгуновтың снайпер винтовкаһы) беркетеп ҡуйғандар. Ул был ҡорал ярҙамында тылдан алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе һаҡлай. Яугир өсөн иң ҡыйыны шартлау тауыштарына өйрәнеү булған. Күбеһенсә дрондар ярҙамында йә граната, йә снарядтар менән һөжүм итәләр ти, “Фара”.

-Тәүҙә, әлбиттә, ҡурҡынысыраҡ булды. Әммә илде һаҡлау ир-егеттең бурысы, шуға ла тегендәге хәлдәргә тиҙ генә яраҡлашырға тура килде. Йәшәү шарттарына килгәндә хәҙер барыһы ла яҡшы. Бығаса блиндаждарҙа йәшәнек. Күбеһенсә сухпаек менән туҡландыҡ, блиндаждар алғы һыҙыҡҡа яҡын булғанлыҡтан ут яғып, ашарға бешереү мөмкин түгел ине. Дошмандар беҙ йәшәгән блиндажды “Баба яга” ярҙамында шартлатҡас, юл аша һалынған торбала ла көн күрергә тура килде. Әлеге ваҡытта ауылда буш өйҙә йәшәйбеҙ, – ти “Фара”.

Райондан йыш ҡына посылкалар килеп ебәрелеп тора. Үҙем уҡыған мәктәп коллективынан, ата-әсәйемдән килгән күстәнәстәрҙе ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итәбеҙ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр менән беҙҙең милли ризыҡтар сәк-сәк, сөсө икмәк, туҡмаслы аш менән һыйланып алабыҙ, тип яугир яҡташтарына рәхмәтен еткерә.

“Фара”ның һүҙҙәренә ҡарағанда, уҡыусыларҙың яҙған хаттарын уҡыу айырыуса тулҡынландыра икән. Хаттарҙы башҡа яугирҙәр менән ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡып сығып, түш кеҫәләрендә һаҡлайбыҙ, ти ул.

Тәү ҡараштан ябай ғына, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған батыр йөрәкле яугир яҡташыбыҙ менән ысынлап та ғорурлана алабыҙ. Сөнки декабрь айында “Фара” М. Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Сиратта уны тағы ла бер награда көтә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: