Бөтә яңылыҡтар

“Еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ...”

Махсус хәрби операция башланғас та, Иҙелбәк ауылы егете ил һаҡларға барырға ынтыла. Тик, кәләшенең йөклө икәнен белгәс, туҡталып ҡала. Балаһының донъяға килеүен, сабыйының көн дә үҫкәнен күргеһе килеүе уның был уйын кисектереп тора. Ләкин ҡанға һеңгән илһөйәрлек, ысын ир-егеттәргә генә хас батырлыҡты теҙгенләп, бикләп ҡуйып буламы инде? Ҡыҙына йәш ярым булғас, егет контракт төҙөп, махсус хәрби операция урынына юллана. Доставалов батальонында хеҙмәт иткән “Гриша” апрель башынан– алғы һыҙыҡта.

“Еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ...”
“Еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ...”

– Күп ир-егеттәр һуғыш еле миңә ҡағылмаһа ғына ярар ине, тип ҡурҡып йөрөгәндә, мин өйҙә тыныс ҡына ята алманым. Былай ҙа ғаилә сәбәптәре буйынса ике йыл контракт төҙөй алманым. Илебеҙҙе беҙ үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, кем һаҡлар? Контракт төҙөүемә үҙ теләге менән яу яланына юлланған яҡын дуҫым Марсель Ҡәҙербәковтың, өлөшләтә мобилизацияға эләккән класташым Фәнис Юламановтың һәләк булыуҙары ла көслө этәргес булды. Уларҙы юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем, – тип һөйләй “Гриша”.

Яугир яңыраҡ алғы һыҙыҡтан ялға йүнәлгәндә таныш йөҙ күреп ҡала һәм, моғайын яҡташымдыр, тип танышырға була. Яңылышмай: Күгәрсен ауылы егете “Худой” булып сыға ул.

– Сит ерҙә яҡташымды осратыу туғанымды күреү менән бер булды. Артабан аралашып торорға һөйләшеп айырылдыҡ, – тип ҡыуанып “Гриша” беҙгә смс-хәбәр ҙә ебәргәйне.

Һинең кеүек батыр, ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәр барында еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта булыр! Иҫән-һау бул, үҙеңде һаҡла, “Гриша”!

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

 

Контракт төҙөргә теләүселәргә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

- Иҫәпурыныбуйынсахәрбикомиссариатҡа. Иҫәнғолауылы, Октябрьреволюцияһыурамы, 23-сө йорт, тел: +7 (34785) 2-13-75;

- Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156-сы йорт, тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: