Яугирҙәр күптән хәрби тормошҡа күнеккән. Бер аҙна позицияла булалар ҙа, ялдарын ташландыҡ өйҙә уҙғаралар. Ялан мунсаһы ла эшләп алғандар. Бәйләнеш насар булыуы ғына ҡыйынлыҡ тыуҙыра икән.
“Луна” ялға ҡайтҡандарының береһендә һөйгәне, Байыш ҡыҙы Айһылыу менән никах уҡытҡан. Күптән түгел йәш ғаиләне бәхеткә күмеп, ҡыҙҙары донъяға килгән. Уға инде алты ай.
– Ҡыҙымды нисек һағынғанымды белһәгеҙ ине! Мин ҡайтҡас, мине ятһынып торҙо ла, хәҙер өйрәнеп тә китте инде. Алла бирһә, донъялар тиҙерәк тынысланып, тыуған яғыбыҙға ҡайтһаҡ, ҡыҙымдың ҙурайғанын, тәүге аҙымдарын күрергә насип булһын инде! – ти яңыраҡ ялда булып, кире ил һаҡларға йүнәлгән яугир.
Еңеү ҡояшының тиҙерәк ҡалҡыуын, илде һаҡлаусыларҙың яҡындары янына ашҡынып ҡайтыуын беҙ ҙә ысын күңелдән теләйбеҙ! Һәр бала тулы ғаиләлә – әсәһе наҙында, атаһының ныҡлы, ышаныслы ҡосағында иркәләнеп кенә үҫһен ине!
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.