Яңыраҡ ҡына гәзитебеҙҙә Үтәғол халҡының маскировкалау селтәрҙәре әҙерләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауылдаштарына ебәреүҙәре тураһында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр килеп төштө. “Абзый” ҡушаматы менән йөрөгән Робис Абдуллин селтәрҙәрҙе алып, ауыл чатына рәхмәт һүҙҙәре ебәргән. Уның яҙғанын бер үҙгәртеүһеҙ бирәбеҙ.
“Хәйерле көн ауылдаштар! Илебеҙ өсөн ауыр мәлдә, үҙегеҙҙең ваҡытығыҙ, сәләмәтлегегеҙ тураһында онотоп, йәйҙең эҫе көндәрендә ошо һаҡланыу сеткаһын үреп ебәргәнегеҙ өсөн, ауылдаштарым, мең рәхмәт. "Барыһы ла тыуған ил өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!" девизы аҫтында һеҙ ауылдан тороп ошондай ярҙам менән беҙҙең рухты күтәрәһегеҙ. Һәр берегеҙҙең ҡул йылыһы тейгән нәски-бейәләйҙәр, сеткалар, һеҙҙең беҙҙе еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көткәнегеҙҙе белдерә, беҙҙең күңелде күтәрә, еңеүгә ышанысты арттыра. Иң мөһиме – һеҙ йәшәгән, беҙ тыуған йорттарҙа тыныс булһын, ҡыйралыш, емереклек булмаһын, таңдарығыҙ алһыу, йоҡоларығыҙ тыныс булһын өсөн беҙ бында. Барығыҙға ла ихтирам һәм хөрмәт менән ҙур рәхмәт. Берҙәмлектә –көс!” – тип яҙа “Абзый”.
– Беҙ маскировка селтәрҙәрен эшләүҙә ҡатнашып, махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙгә ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ. Илебеҙҙе һаҡлаусыларға тылдары ышаныслы булыуын, беҙ уларҙы хөрмәт итеүебеҙҙе һәм еңеүгә ышаныуыбыҙҙы аңлауы мөһим, – ти үтәғолдар.
Маскировкалау селтәрен үреү бигүк еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үтәғолдар һәр таҫманы бәйләгәндә изге теләктәрен дә ҡушып ебәрә. Тимәк бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы!