Бөтә яңылыҡтар

“Гюго”ның рухы күтәренке

Украинала барған махсус хәрби операцияла “Гюго” позывнойы аҫтында ҡатнашыусы райондашыбыҙ, ялда булып, артабан хәрби бурысын үтәргә юлланды. Был ялында уға район һабантуйында ҡатнашырға, унда ул саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә сәхнәгә сығып, хакимиәт башлығы Дәмин Юланов ҡулынан Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк алыу насип булды.

“Гюго”ның рухы күтәренке
“Гюго”ның рухы күтәренке

Юнай ауылы егет Виктор хәрби операцияға тиклем вахта менән Мәскәү өлкәһендә төҙөлөштә эшләгән. Тыуған илдең именлеген һаҡлау өсөн контракт төҙөүселәр күп. Виктор был ҡарарҙы инде махсус хәбри операцияла саҡта ҡабул иткән.

– Мин МХО-ға мобилизация буйынса китһәм дә, барғас контракт төҙөргә ҡарар иттем, – ти яҡташыбыҙ. Үҙенең был ҡарары өсөн һис үкенмәй ул. – Тәүҙә ярты йыл номер расчета булып йөрөнөм дә, унан бер йылға яҡын өлкән наводчик булдым. Ә хәҙер өлкән водителмен, “Урал” машинаһын йөрөтәм.

Әлбиттә, хәрбиҙәрҙең тормошо еңелдән түгелде, әммә яҡташыбыҙ зарланмай, тәьминәткә лә ризаһыҙлыҡ белдермәй:

– Кейем бирәләр, ашауға килгәндә, тәүҙә үҙебеҙ бешерә инек, хәҙер әҙерҙе килтерә башланылар. Гуманитар ярҙам килеп тора. Миңә үҙебеҙҙең райондан ебәрелгән килеп етмәй. Әммә егеттәрҙең яртыһы Башҡортостандан булғас, улар бүлешкән күстәнәстәрҙе тыуған яҡ сәләме итеп ҡабул итәм, – ти “Гюго”.

Уның рухы күтәренке, кәйефе лә яҡшы. Ана шундай яугирҙәребеҙ барҙа, Еңеү оҙаҡлатмаҫ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: