Р. (билдәле сәбәптәр менән үҙенең исем-шәрифен күрһәтмәүҙе һораны – авт.) Сибай ҡалаһында уҡығанда, һайлаған һөнәре сәнғәт өлкәһе менән бәйле булһа ла, 3 йыл дауамында кистәрен өҫтәлмә белем ала – программалаусылар курсын тамамлай. Электроника менән бала сағынан ҡыҙыҡһынған егеткә бөгөн ошо һөнәре ярҙам итә лә инде. Ул проектты башта компьютерҙа эшләй, аҙаҡ 3Д-принтер ярҙамында сығара.
Ул үҙенең тәүге “хеҙмәт емештәрен” былтыр махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан ауылдашы “Танкист”ҡа биреп ебәрә. Граната ташлау өсөн тәғәйенләнгән был ҡоролмалар эшләүсеһенең ышанысын тулыһынса аҡламай.
– Үҙем күрмәй, интернеттан ҡарап ҡына эшләгәс, тәүгеләре уңышһыҙыраҡ килеп сыҡты, – ти ул.
Ҡоролма дронға беркетелә лә, уға шартлатҡыс ҡуйыла. Артабан уның менән идара итергә кәрәк. Р. тәүгеләрен айырым модуль менән эшләй, улар дрондан айырым идара ителә. 15 км алыҫлыҡҡа тиклем ала. Радио йышлыҡ икенсе булғас, РЭП* дронды “глушить” итһә лә, “сбросник”ты эләктерә алмай. Р. ана шуға ҡыҙығып эшләй ҙә инде уларҙы. Тик уларҙың ҙур минусы була – йышлыҡтар төрлө булғас, дрон тотҡан ерҙә “сбросник” эшләмәй һәм киреһенсә. Осоу аппараты менән идара иткән яугиргә ике пульт менән эшләү ҙә еңелдән булмай. Әммә оҫта егет туҡтап ҡалмай, эҙләнеүен, өйрәнеүен дауам итә.
“Танкист” ялға ҡайтҡанында “сбросник” алып ҡайтҡас, уны өлгө итеп алып, үҙенең идеяларын ҡушып, 40 мм-лы танкка ҡаршы гранатомет өсөн тәғәйенләнгән йәнә бер ҡоролма эшләй. Уны яҙғыһын юлланған гуманитар ылау аша махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ебәрә. Уны пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара иткән райондашыбыҙға, “Башҡорт” ҡушаматлы яугиргә тапшыралар. Аҙаҡ Р.-ға был ҡоролманың трофей алыуын хәбәр итәләр.
– Дәмин Марат улы “Башҡорт” менән танышып алырға кәңәш биргәйне. Был, әле уға юлланасаҡ ун “сбросник”ты уның менән бергә эшләнек тиергә лә була. Үҙем идара итеп ҡараған нәмә булмағас, видеобәйләнеш аша өйрәндем. “Башҡорт” кәрәкле үлсәмдәрҙе ебәрҙе. Уның командирҙары ла һәр саҡ кәңәштәрен биреп тора. Әйткәндәй, хәҙер улар үҙҙәре лә 3Д-принтер алды. Мин уларға компьтерҙа эшләгән әҙер проекттарымды ебәрҙем.
Р. әйтеүенсә, һуңғы эшләгән ҡоролмалар тәүгеләренән күп яҡлап айырыла. Беренсенән, улар дрондың пульты менән эшләй. Тимәк идара иткән яугиргә еңелерәк буласаҡ. Икенсенән, дрон һелкенһә лә “йөк” төшөп ҡалмай. Юғиһә, тәүгеләрендә сәпкә барып етмәй ысҡынып шартлаған осраҡтар ҙа булған. Өҫтәүенә хәҙергеһе үҙе асып-яба, шулай булғас, был ҡоролманы ҡабат-ҡабат ҡулланырға ла була. Әйткәндәй, һуңғылары материалдар хаҡы буйынса ла арзаныраҡҡа тура килгән.
– Махсус хәрби операция зонаһында булмаһам да, күңелем менән алғы һыҙыҡтағы яҡташтар янындамын. Уларға ярҙам итеү теләге менән ҡулымдан нимә килә, шуны эшләргә булдым, – ти Р. Ул үҙе вахта менән эшләп йөрөй. Әлбиттә, уның ялға ҡайтыуын ғаиләһе генә түгел, йорт-көнкүреш мәшәҡәттәре лә көтөп тора. Шуға ла был шөғөлө менән булышыу өсөн ваҡытты төндә бүлергә тырыша. – Үҙем генә түгел мин, кәләшем дә ярҙам итә. Кәрәкле материалдарҙы алыу өсөн матди яҡтан Дәмин Марат улы ярҙам итте.
Яҡташыбыҙҙың киләсәккә гуманитар ылау менән яугирҙәр янына барып, үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтырға, был йәһәттән эшмәкәрлеген тағы ла камиллаштырырға, ә бәлки, талап ителһә, уны киңерәк йәйелдерергә лә тигән ниәттәре бар. Ә әлегә уның ҡоролмалары алғы һыҙыҡҡа юллана.
Әлмира Әйүпова.
Автор фотоһы.
*РЭП – радиоэлектронное подавление.