Берәү ҙә ситтә ҡалманы
Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура халҡы яҡташ яугирҙәргә ярҙам ебәреүҙән ситтә ҡалмай. Районда был эш өсөн яуаплы булған бизнес-шериф Азамат Салауатов әйтеүенсә, был юлы ярҙам бик тиҙ арала йыйылған. Иғлан ителеүгә күп ваҡыт та үтмәй 691 155 мең һум аҡса тупланған. Был суммаға яугирҙәргә үтә лә кәрәкле әйберҙәр: бензин генераторҙары, радиостанциялар, радиотулҡындар спектрын анализлаусы ҡоролма, шуруповерттар, бензобысҡылар һатып алынған.
Бынан тыш яҡташтарға тыуған яҡ сәләме – ауыл күстәнәстәре оҙатылды. Әйткәндәй, ит менән “Руссал” хужалығы етәксеһе Руслан Байбулатов тәьмин итһә, бер биләмә лә ситтә ҡалманы. Яңы Петровка биләмәһе – өй туҡмасы, Абзан һәм Яңыбай биләмәләре – май, ҡаҙанболаҡтар – тушенка, үтәғолдар – маскировкалау селтәрҙәре, муйнаҡтар – ҡорот, байдәүләттәр – бал, һүрәмдәр – мунса япраҡтары әҙерләгән. Бынан тыш Таҙлар һәм Байыш биләмәләре тоҙланған йәшелсәләр, салаттар, ҡайнатмалар ебәрһә, Яңы Себенле ауылы биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары сәк-сәк бешергән. Күстәнәстән тыш, һаҡмарҙар кондиционер алыу өсөн аҡса йыйып ебәрһә, әбүләйестәр – эш бирсәткәләре, бикбауҙар бензобысҡы һатып алған. Был, райондаштарҙың күңел йылыһы ҡушып әҙерләнгән күстәнәстәр яугирҙәрҙең рухын күтәрер, көс өҫтәр тип ышанабыҙ.
Унда тормош дауам итә
Гуманитар ярҙамды был юлы ла район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов оҙатып барҙы. Әйткәндәй, ул яугирҙәргә гуманитар ярҙамды Пенза ҡалаһына – ике, Саратовҡа бер тапҡыр алып барған. Махсус хәрби операция зонаһына иһә етенсегә барыуы. “Егеттәргә тыуған яҡтан күстәнәстәр алыу, райондаштарҙың иғтибарын тойоу мөһим”, – ти Рәмил Урал улы.
Гуманитар ылау менән беренсегә барған Ҡаҙанболаҡ биләмәһе башлығы Виктор Игнатьев та тәьҫораттары менән бүлеште:
– Яҡташтарыбыҙҙы барып күрҙек, ауыл күстәнәстәрен тапшырҙыҡ, аралаштыҡ. Биш райондаштың наградланыуын күреп, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Әйткәндәй, Донецк, Северодонецк, Луганск, Мелитополь ҡалаларында емереклектәр юҡ тиерлек. Юлдар төҙөк, халыҡ йәшәй, эшләй. Йорттар төҙөкләндерелә. Урындағы халыҡ менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Барыһы ла Рәсәйгә ҡушылыуҙарына һәм Рәсәй Федерацияһы гражданины паспорты алыуҙарына шат. Ауыл хужалығына килгәндә, баҫыуҙар сәселгән, күп урында уңыш йыйылған да инде. Дөйөм алғанда тормош дауам итә.