Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа ғына икән...

Был яҙмам махсус операцияла хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарыбыҙ тураһында булыр.

Ҡайҙа ғына икән...
Ҡайҙа ғына икән...

Улар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ: яҡындары хәрби прокуратураға, тикшереү комитетына, хәрби комиссариатҡа, дәүләт органдарына мөрәжәғәт яһай, ДНК тапшыра, күрәҙәселәргә йөрөй. Күрәҙәселәрҙән "тере, тик биле бәйле", "яҡындары тураһында уйлай", "тереләр һәм үлеләр араһында ла күрмәйем" кеүек өмөт сатҡылары уятҡан һүҙҙәр менән ҡайта.   Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың береһе - билдәле яҙыусы, "Ҡара этап" тарихи романы авторы Сабит (Илнур) Мәғәз улы Фазлыев. Мине ҡапҡа эсенән 90 йәшлек әсәһе - Гөлшат инәй ҡаршы алды. "Илнурҙың хәбәре юҡлығына, улым, бөгөн алты ай, нимә тип уйларға ла белмәйем. "Киленем бөгөн ауырып тора, ятып торғайны...", - тип һүҙен башланы. Ғаиләһе менән репрессияға эләгеп Себер һөргөнөнән тере ҡайтҡан инәйебеҙ әле лә йүгереп йөрөй, хатта сүкеш тә тота. Мин ҡайтырға сыҡҡанда ла урағын эҙләү менән мәшғүл ине. Ҡатыны үҙе гуманитар ярҙам менән ҡуша барып эҙләп ҡарарға уйлаған да, ләкин рөхсәт итмәгәндәр. "Ике исем менән йөрөгән ир-уҙамандың йәне лә икәүҙер — терелер!", - тип үҙемде лә, яҡындарын да йыуатҡан булам.   Кемдер ошо иҫ киткес ауыр мәсьәлә менән төптән, ентекле шөғөлләнергә тейештер бит? Бәлки республикала тиҙерәк ирекле (әсәйҙәр,атайҙар) комитет төҙөргә кәрәктер, әлбиттә ҡанун нигеҙҙәренә таянып. Ә әлегә көндәр, айҙар үтә: әсәйҙәр — балаларын, ҡатындар — һөйгәндәрен, балалар атайҙарын көтә...  

Ғайса Ишмөхәмәтов.        

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: