– Махсус хәрби операция башланғас яңылыҡтарҙы шул тиклем нәфрәтләнеп ҡараным. Күптәр уның асылын бик төшөнөп етмәй. Таныштарҙан һораштырам: күптәр етәкселәрҙе ғәйепләй, йәнәһе улар башлаған. Аңламағандар ғына шундай хәбәр һөйләй ул. Ә мин сәйәси мәсьәләне яҡшы аңлайым. Илгә нацистар үтеп инеп бара бит! Бындай ваҡытта нисек түҙеп өйҙә ятырға була?! Мин тыуған илде яҡларға, һаҡларға ҙур теләк менән барҙым. Беҙ – кешеләр, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ ҙә. Еребеҙҙе киләһе быуындарға һаҡларға кәрәк бит! – Рәүеф ағайҙың һүҙҙәре йөрәк түренән сыға.
“Афғанға йыйынғайным”
Рәүеф Баев Стәрлетамаҡта мәктәп-интернат тамамлағас, Мораҡта шофер-тракторсыға уҡый ҙа водитель һөнәрен ғүмерлек итә. Совет Армияһында хеҙмәтте лә Алыҫ Көнсығышта водитель булып үтә. Ә ул ваҡыт афған һуғышы осорона тура килә.
– Бер шулай стройҙа торғанда, командир афған һуғышына барырға теләүселәрҙе алға сығырға саҡырҙы. Мин беренселәрҙән булып теләк белдерҙем. Һигеҙ көн ныҡлы әҙерлек үттек. Тик мине, күп балалы ғаиләнән булғас, ебәрмәнеләр, – шулай “дошмандар” менән алышҡа ашҡынған Рәүеф ағайҙы 12 балалалы ғаиләнән булыуы һуғыштан аралай.
Хеҙмәттән ҡайтҡас комсомол йүнәлтмәһе буйынса Себергә эшкә йүнәлтелә. Рәүеф ағай яратҡан һөнәренә тоғро ҡала, автобазаға водитель булып урынлаша. Унда ете йыл эшләгән осорҙа Ғәббәс ауылы ҡыҙы Фәүзәнә менән ғаилә ҡора. Донъялар боларып торған 90-сы йылдарҙа, инде ҡулдарына фатир асҡысын алырға торғанда, улар тыуған яҡҡа ҡайтып китә.
Төшө тормошон үҙгәртә
– Ҡайтып ауылда йәшәй башланыҡ. Водитель булып эшләнем, колхоз барагынан фатир бирҙеләр. Шул осорҙа хәмер эсеү норма кеүек ине. Мин дә ипләп кенә уның һаҙлығына бата башланым. Бер шулай ауырып ятам. Төш күрәм. Күк төҫтә быяла һымаҡ шыма тигеҙлек. Бар яҡ шулай. Мин шул тигеҙлектән шыуып төшөп барам, ә алда – упҡын. Шул саҡ стенаға күрше һуҡҡан кеүек булды ла, бер кем “ТОР!” тип әйтте. Мин һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым, – ти Рәүеф Сәлимйән улы һәм яйлап намаҙға баҫа. – Хоҙай мине бушҡа ғына ла ошо юлға килтермәгәндер тием. Төшөмдә доғалар, сүрәләр күрәм, икенсе көнөнә шуларҙы яттан беләм...
Ысын һалдат өлгөһө
Яҡындары Рәүеф ағайҙың махсус хәрби операцияға йыйыныуын иртәгә юлға тигәндә генә белеп ҡала. Уныһын да Өфөлә комиссия үткәнендә бер справка кәрәк булып, ауыл советына шылтыраталар. Сер шулай асыла, ҡайтыуына барыһы ла белгән була. “Яуҙа һәләк булған йәш егеттәрҙе уйлап та шундай ҡарарға килдем. Мин бит барыбер әҙерлек үткән кешемен”, – була яуабы.
Ул шулай 2023 йылдың майында Таһир Күсимов исемендәге батальон составында үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Тәүҙә өс ай әҙерлек үтәләр. “Минометка”ға эләгә ул. 40 йыл элек алған һабағы бик таман булып ҡала.
Бында Рәүеф Сәлимйән улы йәштәргә Совет Армияһының ныҡлы хәрби әҙерлеген үткән ысын һалдат өлгөһө була. Танк макетына атып көбәгенә тигеҙеүе, мәргәнлеге тураһындағы хәбәр яу яланына үҙенән алда барып етә.
“Ауыр саҡта Хоҙайға һыйынабыҙ”
Алғы һыҙыҡта “Бай”ҙы оло йәштә булыуы өсөн генә түгел, ә тәү сиратта яуҙаштарына, йәштәргә ҡарата хәстәрлеге, ниндәй генә хәлдә лә юғалып ҡалмауы, төплө кәңәштәре, яҡшы физик һәм хәрби әҙерлеге, диндар булыуы өсөн хөрмәт итәләр. Хатта уның харам ашамағанын белеп, һалдаттар үҙҙәре бешергән былау һ.б. төрлө ризыҡтар алып килер, йә уға тәғәйенләп биреп ебәрер булған икән.
– Һәр кемебеҙ ҙә ауыр саҡта Хоҙайға һыйынабыҙ. Мин унда дини эштәрҙе лә алып барҙым: егеттәрҙең күңелдәре тынысланһын, уларҙы һаҡлаһын тип, документтары араһына, автомобилдәренә, автоматтырына доғалар яҙып һалдым. Хатта рус милләтенән булған ике һалдат та: “Беҙҙең өсөн уҡы әле, Бог ведь один”, – тип доға уҡыуымды һораны.
Унда яугирҙәрҙең бер күҙе юлды ҡараһа, икенсеһе өҫтө күҙәтә икән. Дрондарҙың, снарядтарҙың осоп килеүен дә әллә ҡайҙан ишетәләр. “Дрондар ҡарға көтөүе кеүек, геүләп осоп килгәне әллә ҡайҙан ишетелә”, – ти “Бай”:
Райондаштарҙың ярҙамы сикһеҙ
Яугирҙең һөйләгәндәренән китап яҙырлыҡ. “Бай” алғы һыҙыҡта туғыҙ ай була. “Шул туғыҙ айҙың һәр көнө күҙ алдымда”, ти ағай.
– Бер шундай приказ бирҙеләр: минометты алып барып урынлаштырырға. “Добровольцы!” тиҙәр. Унда 5 км тирәһе йәшенеп барырға кәрәк, ә өҫтә – мыжғып тора. Бер нисә секунд тынлыҡ. Беренсе булып ҡул күтәрҙем. Мин иң өлкәне, өлгө булырға тейешмен. Тағы дүртәү сыҡты. Командир икенсе базанан тағы дүртәүҙе алып килде. Улар араһында беҙҙең райондан М.-да бар ине. Ул мине күреп: “О! “Бай” ағайым барғас, барам. Мин уны ташламайым!” тине.
Әҙерләнеп, тәғәйен ергә барҙыҡ. (“Барҙыҡ” тип яҙыуы ғына анһат, ә тейешле урынға мина яланы аша һалынған һуҡмаҡтан барырға кәрәк). Өҫкә сетка һуҙып, урын әҙерләйбеҙ, берәү күҙәтеп тора. Ул егет “Воздух!” тип ҡысҡырғас, шым ғына ятабыҙ. Килде дрон. Уратып йөрөп улай ҡарай, былай ҡарай. Шулай 20 минуттар ҡарауылланы ла китте. Райондаштар үреп ебәргән маскировкалау селтәрҙәренең ярҙамы сикһеҙ ул алғы һыҙыҡта.
Аттыҡ-аттыҡ та, үҙебеҙҙең ҡайҙалыҡты белдермәҫ өсөн, икенсе ергә күсә һалдыҡ. Командир йүгереп килеп етте, беҙҙе ҡотлай. Баҡһаң, ике пулемет нөктәһен, бер блиндажды еппәргәнбеҙ, – Рәүеф ағайҙың бындай хәтирәләре күп.
Бөгөн дә тығыҙ бәйләнештә
Уны йәше тулыу сәбәпле, ноябрҙә уҡ ҡайтарырға уйлаһалар ҙа, теләге буйынса ҡалдыралар. Ә февралдә уның теләген иҫәпкә алып тормай, ҡайтарып ебәрәләр. Кисәге фронтовик яу яланындағы яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар. Яуҙаштары менән бөгөн дә тығыҙ бәйләнештә. Аралашып, уарҙың хәлен һорашып тора, ялға ҡайтҡандары менән осраша.
– Һәр береһе яҡын, ҡәҙерле миңә. Улдарым кеүек бит улар. Һау йөрөһөндәр инде, – тип теләй “Бай” – Рәүеф Баев.