– Нимәлер тартты унда. Үҙем дә аңламайым. Барғым килеп тик торҙо. Ҡатынымды бер йыл буйы әҙерләнем. Ул риза булманы, әлбиттә. Ни тиһәң дә биш бала. Уйнарға бармайым бит, төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Быйыл Яңы йыл байрамдарынан һуң ныҡлап тотондом, – тип һөйләй Фаил Төхвәтшин. – Сәй эсергә ултырған һайын шуны һөйләйем. Аптырағас, ҡатыным ыңғайлап: “Мин риза түгел, әммә барғың килгәс – бар”, – тине. “Комиссияны үтә алһам – барам”, – тинем.
Фаил ағай шулай ҙур теләк менән Украинала барған махсус хәрби операцияға юллана. Ә ул бит йәш тә түгел, ошо арала 61 йәшен тултыра.
– Тәүҙә Севастополдә ике аҙна әҙерлек үттек. Мин десант-штурмлау ротаһына эләктем, пулеметсымын. Командир ҡайҙа ҡуя – шундаһың, ниндәй эш ҡуша – шуны башҡараһың. Контрактты шуның өсөн төҙөйһөң бит. Төндәр буйы йоҡламаған саҡтар ҙа була, бигерәк тә наступление ваҡытында. Тәүҙә ҡаушайһың инде, – Фаил ағайға ҡапыл ғына өйрәнеп китеүе еңелдән булмай. Кеше һәр нәмәгә күнегә. Ул да яйлап һуғыштың нескәлектәрен өйрәнә, йышыла.
– Кемдәрҙеңдер: “Түләмәйҙәр, ашау насар, обмундирование йүнһеҙ”, – тигәнен ишеткәнем бар. Беҙҙе, шөкөр, бар яҡлап яҡшы ҡарайҙар. Барғас та ветеран книжкаһы бирҙеләр. Аҡсаны ла ваҡытында түләп баралар, – ти инде байтаҡ тәжрибә туплаған яугир.
Бер алыш ваҡытында ул ныҡ яралана. Бер ай дауаланғандан һуң, алтмыш көн отпускыла була. Әле тағы алыҫ юлға сығырға тора. Алда уны операциялар көтә. Фаил Төхвәтшин сәләмәтлек мөмкинлеге һәм йәше буйынса инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша алмаясаҡ.
– Мин ил алдындағы бурысымды үтәнем, намыҫым таҙа тип уйлайым, – ти яугир. Аталарының үҙ теләге менән ил һағына баҫыуы менән балалары: өс ҡыҙы һәм ике улы ла ғорурлана. “Һин беҙҙең яҡлаусыбыҙ!”, – тиҙәр улар.