Бөтә яңылыҡтар

“Дошманды еңгәс, бәхетле йәшәрбеҙ!”

Башҡорттар электән һуғышсан, ҡурҡыу белмәҫ халыҡ булараҡ танылған. Был быуындан-быуынға, юғалмай тапшырыла килгән. Бөгөнә күп башҡорт егеттәренең үҙ теләктәре менән ил һаҡларға йүнәлеүе шул хаҡта һөйләй. Август айында Ейәнсуранан ағалы-ҡустылы өс ир-егет махсус хәрби операция урынына йүнәлде. Уларҙың береһе Эльмир Биктимеров – эвакуация взводында водитель.

“Дошманды еңгәс, бәхетле йәшәрбеҙ!”
“Дошманды еңгәс, бәхетле йәшәрбеҙ!”

– Был ҡарарыңа үкенгәнең булманымы? – тип һорауыма:

– Юҡ, бөтөнләй үкенмәйем. Беҙ илебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ! - тип яуап бирҙе.

Туғандар Эльмир, Илнур һәм Раян башта бер урынға эләгербеҙ, тип уйлай. Әммә өсөһө өс ергә хеҙмәт итергә юллана. Шулай ҙа бер-береһенең хәлен белешеп торалар, һирәк-һаяҡ булһа ла күрешеү мөмкинлеге лә булғылай икән.

– Эльмирҙың махсус хәрби операцияға барам, тигәнен ысынға алманым. Хатта медицина тикшереүе үтеп йөрөгәнендә лә ышанманым... Ҡайтып контракт төҙөү тураһында ҡағыҙҙы күрһәткәс уның ҡарары етди икәнлеген аңланым. Әлбиттә, риза булманым, көйәләндем. Бығаса ҡустым Рәфис өсөн борсолһам, хәҙер Эльмир ҙа өҫтәлде. Етмәһә, ҡыҙыбыҙға өс кенә ай ине. Хәҙер бер аҙҙан тынысландым, күндем. Бары уларҙың иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыуын көтәм! – ти яугир ҡатыны Юлиә. Ул янымда терәк булыусы, балаларҙы ҡарарға ярҙам итеүсе бейеменә рәхмәтле.

Улдары Иҙел быйыл уҡырға барған. Уға башта атаһының ҡайҙалығын әйтмәһәләр ҙә, видеобәйләнеш аша һөйләшкәндә хәрби техника күреп, Иҙел шунда уҡ аңлаған. “Әсәй, әйҙә аҡса түләйек тә, атайымды кире ҡайтарайыҡ!” – тип әйтә икән. Һағына инде... Ә кескәй Эльвинаға әле биш ай ярым ғына, ул атаһының батыр йөрәкле, ҡыйыу кеше икәнлеген аңламай әле.

- Блиндажда йәшәйбеҙ, шарттар бик һәйбәт. Мунса ла бар. Ашарға бешерергә кәрәкмәй, ашханала туҡланабыҙ. Яҡындарым минең өсөн борсолмаһындар, барыһы ла яҡшы. Дошманды еңгәс, бергә булырбыҙ, бәхетле йәшәрбеҙ! – ти “Биктик”.

Эйе, Алла бойорһа, шатлыҡ, бәхет алып килер оло Еңеү тиҙерәк яуланһын! Быны беҙ ысын күңелдән теләйбеҙ.

Айнә Иманғолова.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: