Бөтә яңылыҡтар

"Бына шундай шәп егеттәр беҙ!"

Илгә һынау килгәндә, ҡурҡыныс янағанда, бер кем дә битараф ҡалмай. Күптәр ҡулына ҡорал алып, Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫа. Тылдағылар ең һыҙғанып, гуманитар ярҙам әҙерләй. Барыһы ла Еңеү өсөн! Тыл һәм фронт берҙәм булғанда ғына еңеү яулана. Быға тарих шаһит. Беҙҙең Биштирәк ауылы халҡы ла махсус хәрби операцияға юлланған һәр гуманитар ылауға үҙ өлөшөн индерә. Бәләкәй генә ауылдан алғы һыҙыҡта булыусылар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Ҡәҙербаков Вилнур Зөфәр улы.

"Бына шундай шәп егеттәр беҙ!"
"Бына шундай шәп егеттәр беҙ!"

Йәйгеһен Башҡортостанға ҡайтҡанымда туғаным был юлы ла йүгереп сығып ҡаршы алды, йылмайып-көлөп күреште. “Бәләкәйҙән һалынған тәрбиәне бөтөн донья халҡы ла үҙгәртә алмаҫ”, тигән халыҡ. Ата-әсәһе ике яҡ туғандарға ла асыҡ булды, өйҙәренә инеүгә самауыр ҡойола, ҡуҙ һалына, өҫтәлгә иң һәйбәт һый ҡуйыла. Атаһы – бер туған абызыйым йор һүҙле, шаян ине. Ике улдары ла туғандарҙы һанлап, ҡатнашып үҫте.

Вилнур сираттағы ялдан һуң юлға әҙерләнә ине. Урындыҡта ятҡан бронежилетты күтәреп ҡараным, ауыр. “Унан башҡа күпме кәрәк-яраҡ йыйылған рюкзак, өҫтөндәге кейеме... Балаҡайым нисек күтәреп йөрөйҙөр”, – тине әнейе. “Шуға ла беҙ һәр ваҡыт тренироваться итәбеҙ. Ҡулдар көслө, аяҡтар етеҙ. Бына шундай шәп егеттәр беҙ! “– тине Вилнур ғәҙәттәгесә йылмайып. Мин үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бирҙем. Ул әҙерләнгән арала минең менән ихлас әңгәмәләште.

– Әтейем бер йыл Германияла, бер йыл Монголияла танкист булып хеҙмәт иткән, Вилдан абызыйым да армияла булды. Шуға ла армияға теләп барҙым. Ике туған абызыйым Филюз Ҡансурин иһә һәр ваҡыт хәрбиҙәргә хас ыҡсым, яуаплы, теүәл булыуы менән үрнәк булды. Армиянан ҡайтҡас ул хеҙмәт иткән Росгвардияның Өфөләге 29-сы отрядына барырға булдым.

Бында һәр яҡлап тикшереп, хеҙмәт итерлек икәнлегеңде асыҡлайҙар. Шунан контрактҡа ҡул ҡуяһың. Мин тикшереүҙәрҙе, тестарҙы уңышлы үттем. Тимәк ғәиләлә, мәктәптә, армияла миңә һәйбәт тәрбиә һәм белем биргәндәр.

Хәҙер үткәнгә күҙ һалам да, әтейемә, әнейемә ныҡ рәхмәтлемен. Улар бала саҡтан төрлө эште еренә еткереп эшләргә өйрәтте, талапсан булды. Әле беҙ тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ҡайҙа бурыс үтәргә кәрәк – шунда сығып китәбеҙ. Ара яҡын йәки йыраҡ булырға, йәйге эҫе, ҡышҡы һыуыҡ, барған урын урман йә ҡоро ялан булырға мөмкин. Ҡорал ҡуллана белеү генә етмәй, ҡулға көрәк- балта тотоп, йәшәргә урын әмәлләргә, тирә-яғыбыҙҙы төҙөкләндерергә, ашарға әҙерләргә лә бурыслыбыҙ. Бала саҡтан төрлө эште белеп, физик яҡтан нығынып үҫеү, алда торған бурысты йәһәт һәм һөҙөмтәле үтәргә ярҙам итә.

– Хеҙмәтең ғүмерҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу менән бәйле. Ниндәй сикләүҙәр һәм хөкүмәт яғынан ярҙам саралары бар?

– Беҙ хеҙмәт иткән урындан йыраҡҡа китә алмайбыҙ. Отпуск ваҡытында ла Рәсәй буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Сит илгә сығыу өсөн рөхсәт кәрәк, ул бирелмәҫкә лә мөмкин. Ошо сикләүҙәр сәбәпле, беренсе контракт бөткәс китергә уйланым. Унан кире уйланым. Армия тәртибенә күнегелгән, режим һәм үҙеңде һәр яҡлап сәләмәт тотоу көндәлек маҡсатҡа әйләнгәнен аңланым. Унан даими эш хаҡы, йәшәргә урын алыу гарантияһы ла роль уйнаны. Икенсе контракт төҙөгәс, хөкүмәт ипотека өсөн аҡсаны тура банкка күсерә. Әле ошо ипотекаға бирелгән йортта ғәиләм, әнейем менән матур ғына йәшәп ятабыҙ. Әнейем гөрләтеп баҡса үҫтерә. Мунса төҙөнөк, тауыҡтарыбыҙ бар.

– Үҙеңде нисек формала тотаһың?

– Мин “ут” әҙерлеге һәм спорт менән тейешенсә шөғөлләнәм. Сәләмәтлеккә зыян килтереүсе эсемлектәрҙән, тәмәкенән тыйылып йәшәйем. Үҙеңде формала тотмаһаң, үҙ ғүмереңде лә, һиңә ышанған иптәштәреңде лә, маҡсатты үтәүҙе лә ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың тигән һүҙ.

– Махсус хәрби операцияла тәүге тәьҫорат ниндәй булды?

– Бандеровсылар, нацистар халыҡты ныҡ ҡурҡытҡан ине. Улар Рәсәй һалдаттары һеҙҙе атасаҡ, халыҡты ҡырасаҡ, тип алдаған. Беҙ халыҡҡа бары тик яҡшы ҡарашта булыуыбыҙ, киреһенсә фашистарҙан һаҡларға килеүебеҙҙе аңлаттыҡ. Үҙебеҙҙән арттырып ризыҡтар, бигерәк тә балаларға тәм-том бирә инек. Шулай ышаныстарын яуланыҡ. Һуңдан рәхмәт әйтеп ҡала башланылар.

– Тағы юлға сығаһың. Иҫән-һау ҡайтыуыңды Аллаһы Тәғәләнән тәүлек әйләнәһенә һораусы әнейең, яратҡан ҡатының, ҡыҙың, туғандарың көтөп ҡала.

– Мин хәрби кеше. Ҡайҙа һәм ни өсөн барғанымды яҡшы аңлайым. Яҡындарым мине оҙатып ҡына ҡалмай, миңә ышанып ҡала. Беҙ улар хаҡына еңеү яулап ҡайтырға бурыслыбыҙ.

Святой Георгий ордены знак билдәһе булған Вилнурҙың күкрәген тағын ике миҙал биҙәй: “Батырлыҡ өсөн” һәм М.Шайморатов миҙалдарын уға госпиталдә тапшырғандар.

Был һөйләшеү Өфөлә булды. Ике көндән Вилнур тағын яу ҡырына юл тотто. Беҙ сираттағы һөйләшеү ул Мәскәүҙә хәрби госпиталгә эләккәс булыр тип уйламағайныҡ.

 “Ағас – ағасҡа, дуҫ дуҫҡа таяна”тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Вилнур ҙа ғүмеренә ҡурҡыныс янаусы яра менән тере ҡалыуына хеҙмәттәштәренә рәхмәтле.  “Мин йәрәхәтләнеүгә бер секунд уйланмайынса ярҙамға ташландылар.Бер-беребеҙ өсөн йәнен бирергә әҙер егеттәр ғүмеремде һаҡлап алып ҡалды. Ҡан юғалтыу ихтималы ҙур ине, тик беренсе ярҙамды дөрөҫ күрһәтеү ул хәлде булдырманы”, – тине яугир.

Ҡатмарлы операция, тәүлек әйләнәһенә һыҙланыуҙар артта. Хәҙер ул уң аяғына тубыҡҡа тиклем кейҙерелгән протез менән яңынан атларға өйрәнә. Көндәлек күнекмәләр менән үҙен сыныҡтырып, киләсәккә аныҡ пландар менән йәшәй. “Барыһы ла һәйбәт булыр, Алла бойорһа!” – ти илдең тоғро һалдаты Ҡәҙербаков Вилнур Зөфәр улы.

Зәүхиә Низамиева.

Татарстан-Биштирәк.

Автор:
Читайте нас: