Малиновка ауылы егете Юнир Бикбаев доброволец булып, 2022 йылда яңы ғына формалашҡан Шайморатов батальоны составында махсус хәрби операцияға китә.
– Ғаиләм тәүҙә ныҡ ҡаршы булды, ә һуңынан, ҡарарымды үҙгәртергә йыйынмауымды белгәс, күнде һәм миңә һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Беҙҙә Башҡортостан егеттәре күп. Барыбыҙҙың да бер теләк: тиҙерәк еңеп, яҡындарыбыҙ янына, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу.
Әлбиттә, бында төрлө хәлдәр була – был бит һуғыш. Әммә беҙҙең батырҙар бирешмәй, рух ныҡлығын һаҡлайҙар, – ти яугир.
Юнир махсус хәрби операцияға тиклем спорт менән етди шөғөлләнә, ММА-ла профессиональ кимәлдә сығыш яһай. Шулай уҡ вахта ысулы менән эшләргә лә өлгөрә.
– Тиҙ генә барып, еңеп ҡайтырбыҙ тип киткәйне, оҙаҡҡа һуҙылды ла китте. Тәүҙә ҡыйын ине, яйлап барыһына ла өйрәнәһең икән. Юнир МХО тураһында артыҡ һөйләргә яратмай. Мине ҡайғыртҡыһы килмәй инде. Яраланғанын да бер аҙна үткәс, госпиталгә барып эләккәс кенә белдем, – тип һөйләй тормош иптәше тураһында ҡатыны Розалина. – Ул контракт төҙөгәндә ҡыҙыбыҙ Айлинаға һигеҙ ай ине. Әле өс йәш булып китте. Атаһы китһә, “ҡасан ҡайта?” ти башлай. Отпускынан китеүен ауыр кисерә.
Яңыраҡ Юнир тағы махсус хәрби операция урынына юлланды. Ә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың әсәһе, кәләше, ҡыҙы һәм барлыҡ яҡындары уның өсөн ғорурланып, имен-һау ҡайтыуын көтә.
***
Юнир Бикбаев Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары – Жуков һәм Шайморатов миҙалдары, Оборона министрлығының “За боевые отличия” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” миҙалдары менән наградланған.
Айгөл Ҡылысбаева.