Эйе, республикала илебеҙ һағында тороусыларға ғына түгел, уларҙың яҡындарына ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Махсус хәрби операция башланғандан һуң барлыҡҡа килгән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды ла был юҫыҡта бик әүҙем эш алып бара: яугирҙәр һәм уларҙың туғандары һәр ваҡыт ярҙам тойоп йәшәй.
Фондтың Иҫәнғолдағы филиалы шулай уҡ әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла булыусыларҙың яҡындары менән тығыҙ бәйләнештә. Теге йәки был һорау буйынса мөрәжәғәттәр, һорауҙар әленән-әле килеп тора, фондтың социаль координаторы Айгөл Вильгин ҡыҙы барыһына ла ҡулынан килгәнсе ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй.
Быйылғы йылдың июнендә “Борец” позывнойлы яугирҙең әсәһе – Яңыбайҙан Фәғилә Хөсәйенова мөрәжәғәт иткән. Апай йөрәге ауыртыуын, тиҙ арала тикшерелгеһе килеүен, Республика Кардиология үҙәгендә ҙур сират булыуын әйтә. Айгөл Вильгин ҡыҙы шунда уҡ уға ярҙам ҡулы һуҙа. Һөҙөмтәлә, Фәғилә апай табипҡа сиратһыҙ күренеп, тикшереү үтә.
- Улым Шәйнур БДУ-ның Тарих факультетында уҡыны. Университеттағы Хәрби кафедраға йөрөнө, уҡыу йортон тамамлағанда хәрби билет, звание алып, офицер булып сыҡты. Ҡыҫҡаһы, хеҙмәткә бурыслы. Ул ваҡытта ошо факт шундай ҙур роль уйнар, махсус хәрби операция башланғас булған өлөшләтә мобилизацияның тәүге тулҡыны уға ҡағылыр, тип бер кем дә башына килтермәне. Улым бына инде ике йылдан артыҡ ил һағында. Рота командиры ул, - тип сикһеҙ ғорурлыҡ менән һөйләй әсә.
Фәғилә Зәкәриә ҡыҙының тормош юлдашы 14 Венер Урал улы бынан 14 йыл элек яҡты донъянан китеп барған.
- Ҡыҙым Нурсилә Ҡыуандыҡта йәшәй. Яңғыҙым торам. Ярай әле ауылыбыҙҙа бер туған һылыуым Илүзә, кейәүем Рәил, иптәшемдең бер туғаны Рәсимә апай йәшәй. Һәр ваҡыт аралашып, хәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ. Алыҫҡа киткәндә йортома күҙ-ҡолаҡ булып тороусы класташым Фәнилә күршем бар. Ҙур рәхмәт инде уларға! – ти Фәғилә апай.
Яугир әсәһе төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Ейәнсуралағы филиалына, Яңыбай ауыл биләмәһе хакимиәтенә бик рәхмәтле:
- Айгөл Вильгин ҡыҙына кешелекле булыуы, ҙур ярҙамы өсөн оло рәхмәт! Йыл һайын утын менән ярҙам итеүсе Фәһим Булат улы Хужахмәтовҡа ла рәхмәтлемен. Миңә киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына “Ейәнсура таңдары”на подписка ла бүләк итте. Яратҡан баҫмама былай ҙа даими яҙыла инем. Бүләк итеп тә алғас, бик ныҡ ҡыуандым! – тип рәхмәттәр яуҙырыуын дауам итте ихлас, аралашыусан Фәғилә апай.
Әйткәндәй, бөгөн Шәйнур ялға ҡайтҡан. Әлеге ваҡытта Өфөлә. Марттан алып улын күрмәгән әсә уның тыуған ауылына ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
- Йөрәгемдең ауыртыуы балаҡайым өсөн көйәләнеүҙәрем һөҙөмтәһе инде. Телефондан һөйләшкән һайын атыш тауыштары ишетеп, бәғерем теленә. Тиҙерәк бөтһөн инде был мәхшәр... – ти иламһырап Фәғилә Хөсәйенова.
Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, әсәләр ғәзиз балалары өсөн йәш түкмәһен ине! Бөгөнгө көндә иң ҙур теләгебеҙ шул.
Айнә Иманғолова.
Айгөл Амонова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Ейәнсуралағы филиалының социаль координаторы:
Яугирҙәрҙең яҡындары, һис шикһеҙ, ныҡлы иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж. Уларға һәр төрлө льготалар һәм ярҙам саралары ҡаралған. Тик ҡайһы берҙәре ауыл ерлегенә тура килмәй. Бушлай газ үткәреү, санаторий һәм балалар лагерҙарына путевкалар – барыһы ла махсус хәрби операцияла булыусыларҙың яҡындары өсөн ҡаралған. Ярҙам кәрәкһә килһендәр, йүнәлеш бирербеҙ, ярҙам күрһәтербеҙ.