-3 °С
Ҡар
Август айында ағайҙары үҙ теләктәре менән ил һаҡларға йүнәлергә ҡарар итеүен белгәс: “Мин дә ҡалмайым, барам инде!” – ти ул. Ҡарарынан ситкә тайпылмай: бөгөн махсус хәрби операция урынында водитель булып хеҙмәт итә. Ә тыуған ауылында уны ата-әсәһе, һылыуы һағынып көтә.
Күп ваҡыты руль артында үтә: хәрби техниканы алғы һыҙыҡҡа, ә эшлектән сыҡҡандарын кире йүнәлештә ташыйҙар. Ағайҙары менән бергә эләгергә насип булмай егеткә, шулай ҙа һирәк булһа ла осрашып торалар.
– Служба – служба инде ул. Төрлө ваҡыттар була. Әммә, Ватан алдындағы бурыс, илһөйәрлек тойғолары барлыҡ тойғоларҙан да көслөрәк, – ти Раян.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.