Бөтә яңылыҡтар

Изге ғәмәлегеҙ өсөн рәхмәт!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, яраланыу сәбәпле әлеге ваҡытта ялда булыусы "Гриша" ҡушаматлы яҡташыбыҙ Доставалов исемендәге батальондың БПЛА взводы яугирҙәренә "Мавик" дроны алыу өсөн ярҙам һорағайны. 

Изге ғәмәлегеҙ өсөн рәхмәт!
Изге ғәмәлегеҙ өсөн рәхмәт!

Яҡташтар тиҙ арала кәрәкле сумманы йыйышты, битараф булыусылар әҙ булды. Бөгөнгө көндә дрон һатып алынған. Яугирҙәр аҡса ебәргән һәр кемгә оло рәхмәтен белдерә.

Үткән йылдың 26 сентябрендә үткән өлкән быуын кешеләренең "Мин яратам һине, тормош!" XIII республика фестивалендә район мәҙәниәт йортоноң "Үҫәргән егеттәре" халыҡ ансамбле (етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлитов) Гран-при яулағайны. Уларға бүләккә 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырғайнылар. Ансамбль ағзалары был аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға ебәрергә ҡарар иттеләр һәм дрон һатып алыуға ярҙамға ебәрҙеләр.

Афарин, ағайҙар! Изге ғәмәлегеҙ үҙегеҙгә һаулыҡ, бәрәкәт, ырыҫ булып әйләнеп ҡайтһын! Иң мөһиме, күк йөҙө аяҙ булһын, барлыҡ ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашһын!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: