Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2017, 18:29

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАНЫ

Иҫәнғол ауылында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының зона этабының финал уйындары уҙҙы. Ике көн дауамында Белореттан, Әбйәлилдән, Хәйбулланан, Баймаҡтан, Йылайырҙан һәм Ейәнсуранан 10 команда республика беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы өсөн көрәште.

Иҫәнғол ауылында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының зона этабының финал уйындары уҙҙы.
Ике көн дауамында Белореттан, Әбйәлилдән, Хәйбулланан, Баймаҡтан, Йылайырҙан һәм Ейәнсуранан район этабы еңеүселәре булған 10 команда республика беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы өсөн көрәште. Сит райондан килгән ҡунаҡтар башҡорт гимназия-интернатында урынлаштырылды һәм улар өсөн туҡланыу ҙа шунда ойошторолдо.
Ярышты асыу тантанаһында район мәғариф бүлеге начальнигы Р. Иҙелбаева һәм район Советы секретары М. Мөхәмәтов ҡатнашты. Марат Мөхәмәт улы районыбыҙҙа спорт байрамдары изге йолаға әйләнеүе, ә баскетбол уйыны иһә йәш быуынға физик тәрбиә биреүҙә мөһим урын алып тороуын билдәләне. Бәйгеселәргә Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусыларының йырлы-моңло сығыштары дәрт-дарман өҫтәне.
Егеттәр командалары – “Салауат” ФСК-һында, ә ҡыҙҙар Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә көс һынашты. Әйләнеш системаһы буйынса барған ярышты республика семинарҙарында ҡатнашып, махсус әҙерлек үткән 8 судья баһаланы. Бәйге көйәрмәндәре лә һәр уйынды ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ә ярыш иһә бик сәмле һәм көсөргәнешле барҙы, хатта еңелеүселәр күҙ йәштәрен йәшермәне.
Шулай итеп, егеттәр араһында һөҙөмтә түбәндәгесә булды: Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең “ШБК №2” командаһы – беренсе, Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең “Таусы” командаһы – икенсе һәм Әбйәлил районы Хәлил мәктәбенең “Хәлил” командаһы өсөнсө урын алды. Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа һынатманы – Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең “Ейәнсура бүреләре” командаһы район данын лайыҡлы яҡлап, еңеүгә өлгәште. Әбйәлилдән “Хәлил” командаһы– икенсе, ә Хәйбулла районының 1-се мәктәбенең “Аҡъяр” командаһы өсөнсө булды. Әйткәндәй, оҫталыҡтары, матур уйнауҙары менән айырылып торған Арина Наумова (“Ейәнсура бүреләре”) менән Артур Аҙнабаев (“ШБК №2”) был ярыштың иң яҡшы уйынсылары тип табылды.
Бәйгене ябыу һәм бүләкләү тантанаһы Ф. Солтанов исемендәге мәктәптә үтте. “Сая” балалар спорт мәктәбе директоры Р. Йылҡыбаев тәүге өс урынды алыусыларға грамоталар, миҙалдар һәм кубоктар, ә еңеүселәргә иһә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты бағыусылары әҙерләгән бүләк – спорт уйындары формаһын тапшырҙы.
Читайте нас: