Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2019, 11:55

Сынығыуға юл саңғы юлынан башлана

Үткән шәмбелә илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә «Рәсәй саңғы юлы – 2019» ярышы уҙҙы. Был сараға беҙҙең район саңғысылары ла ҡушылып, ярыштар «Аҡ сатыр» паркында үтте. Уның маҡсаты — өлкәндәрҙе һәм йәштәрҙе саңғыла шыуырға йәлеп итеү, халыҡ араһында физик культураны һәм спортты пропагандалау.

Февраль ҡыштың башҡа айҙарынан үҙенең күҙ асҡыһыҙ бурандары менән айырылып торһа ла, был көн ярышыусыларҙы ҡыуандырып, бигерәк тә матур, аяҙ, тыныс торҙо. Саңғыға уҡыусылар, эшсе йәштәр, ауыл биләмәләре вәкилдәре, район үҙәге ойошмалары, предприятиелары, учреждениеларының хеҙмәт коллективтары, етәкселәр ҙә баҫты – барлығы 120 кеше теркәлгән ине. Уларҙы район хакимиәте башлығы Д. Юланов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә. Байсурин, район башлығы урынбаҫарҙары С.Йәрмөхәмәтов, Т. Аҡбутин, йәштәр һәм спорт комитеты етәксеһе В. Сабитов сәләмләне. Ә ярышыусыларҙы судья Р.Йылҡыбаев хөкөм итте.

Автор фотолары.

Тулыһынса "Ейәнсура таңдары" гәзитенең ҡағыҙ йәки электрон вариантында (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) уҡығыҙ.

Читайте нас: