Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2019, 20:21

Саңғы юлы тап-таҡыр – Гөрләп торҙо «Аҡ сатыр»

Шаулап гөрләүектәр ағып, көн дә тигәндәй ямғыр йә епшек ҡар яуып торғанда, саңғы ярышы был юлы ла кисектерелер инде, тип уйлаусыларҙы тынысландырырға ашыҡҡандай, кесе йома кистән һыуытып ебәрҙе. Ә иртәгеһен, 15 мартта, Пушкин ҡышы сәләмләне: «мороз и солнце, день чудесный…» Тимәк, саңғы шыуасаҡ! Шуны ғына көткәндәй, райондың төрлө ауылдарынан саңғысылар «Аҡ сатыр» паркына ашыҡты.

Саңғы юлы тап-таҡыр –

Гөрләп торҙо «Аҡ сатыр»
Шаулап гөрләүектәр ағып, көн дә тигәндәй ямғыр йә епшек ҡар яуып торғанда, саңғы ярышы был юлы ла кисектерелер инде, тип уйлаусыларҙы тынысландырырға ашыҡҡандай, кесе йома кистән һыуытып ебәрҙе. Ә иртәгеһен, 15 мартта, Пушкин ҡышы сәләмләне: «мороз и солнце, день чудесный…» Тимәк, саңғы шыуасаҡ! Шуны ғына көткәндәй, райондың төрлө ауылдарынан саңғысылар «Аҡ сатыр» паркына ашыҡты.

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә муниципаль район хакимиәте призына уҙыусы саңғы фестиваленә райондың 18 база мәктәбенән, филиалдарынан, ауыл биләмәләренән 160-тан ашыу кеше йыйылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сәләмләп, барыһына ла уңыштар теләне.

Ярыштар, ғәҙәттәгесә, төрлө йәш категориялары буйынса айырым үтте. Беренсе булып кескәйҙәр стартҡа баҫты. 1 км араны улар «һә» тигәнсе үтте. Бәйгеселәрҙе ҡеүәтләгән ауаздар аҫтында финишҡа бер-бер артлы килеп тә еттеләр. Еңеүселәр кемдәр тиһегеҙме? Әлбиттә, күгәрсендәр! Малайҙар араһында – Мирас Бикбулатов, ҡыҙҙарҙан Дилара Ҡолоева бер кемгә лә ал бирмәне. Призлы өсөнсө урынды ла Күгәрсен мәктәбе уҡыусылары Алмир Исемағзамов һәм Лиана Абдрахманова алды. Гимназия уҡыусылары Вилдан Ғафаров менән Лилиә Аҡсурина – икенсе урында.

Иң күп ҡатнашыусыларҙы йыйған (47 ир бала, 23 ҡыҙ стартҡа баҫты) 12-14 йәшлектәр төркөмөндә Күгәрсен мәктәбенән Илһам Туҡаев, Азалия Садыҡова – беренсе, Муйнаҡтан Юлай Аҙнабаев, гимназиянан Нурзилә Сырлыбаева – икенсе, Күгәрсендән Илназ Ҡолоев, Линара Абдрахманова өсөнсө урындарға лайыҡ булды.

15-18 йәшлектәрҙә лә ярыш башлыса гимназия һәм Күгәрсен мәктәбе уҡыусылары араһында барҙы. Тиҫтерҙәренең «Данияр, әйҙә!», «Айгөл, шәберәк!» кеүек ҡеүәтләү ауаздары аҫтында егеттәрҙән Данияр Исхаҡов (гимназия), Нур Атанов (Күгәрсен), Данияр Әминев (гимназия) бер-бер артлы финиш һыҙығын киҫеп тә үтте. Ҡыҙҙар араһында Күгәрсен мәктәбенән Гөлнара Абдрахманова менән Айгөл Туймаҡаева, гимназиянан Нурания Сырлыбаева ярашлы рәүештә тәүге өс урынды алды.

Үҙ ауыл биләмәһенең намыҫын яҡларға өлкәндәр ҙә байтаҡ килгәйне. 19-39 йәшлектәр араһында тәүге өс урынды яулаған спортсылар: ир-егеттәрҙән Рубин Мөхәмәтйәнов (Иҫәнғол), Ирәндек Ишеғолов (Абзан), Линар Рәйемғужин (Иҫәнғол); ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динә Атнағолова (Һүрәм), Гөлүсә Байғужина (Иҫәнғол), Фируза Ишеғолова (Абзан) барыһынан да етеҙерәк булып сыҡты.
51-60, 61-66 йәштәрҙәге ирҙәр һәм ҡатындар ҙа көс һынашты. Гәзит уҡыусыларға күптән яҡшы билдәле булған саңғысы-ветерандар: И. Әбделғужин, И. Төхвәтуллин, Н. Юлдашбаев, Ю. Аҡсурин, Р. Ҡунаҡбаев, С. Урманбәтов; Ф. Йәнйегетова, С. Баймөхәмәтова, Т. Мөхәмәтйәнова, М. Бураншина, ¤. Ҡадаева призлы урындар алыусылар исемлеген тулыландырҙы.

Шулай итеп, мәктәптәр араһында Күгәрсен урта һәм Трушин төп белем биреү мәктәбе беренсе булһа, Башҡорт гимназия-интернаты менән Новониколаевка төп белем биреү мәктәбе – икенсе,Үрге Муйнаҡ һәм Яңы Петровка мәктәптәре – өсөнсө урындарҙа. Ауыл биләмәләре араһында иҫәнғолдар – беренсе, абзандар – икенсе, бикбауҙар өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Ойошмалар һәм учреждениелар араһында Абзан, Үрге Муйнаҡ мәктәптәре, гимназия – ярашлы рәүештә тәүге өс урында.

Бүләкләү барышында шулай уҡ иң йәш һәм иң өлкән ҡатнашыусылар ҙа билдәләнде.





Автор фотолары.


Читайте нас: