Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Июнь 2019, 11:32

Физкультура һәм спортты үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе

Владимир Путин физкультура һәм спортты үҫтереүҙең властың өҫтөнлөклө бурыстарының береһе тип атаны, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә әүҙемерәк йәлеп итеү мөһимлеген билдәләне, бының өсөн тейешле инфраструктура булдырыу кәрәклеген әйтте.

“Һуңғы ун йылда илебеҙҙә спортҡа ылыҡҡандарҙың һаны 17-нән 40 процентҡа тиклем күтәрелеп, 54 миллионға етте, – тине Рәсәй Президенты. – 2024 йылға ил халҡының 55 процентын спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итергә кәрәк”.
Владимир Путин шулай уҡ белем биреү ойошмаларындағы спорт объекттарын, айырыуса ауылдағыларҙы, һөҙөмтәле, маҡсатҡа ярашлы эшләтеү бурысын ҡуйҙы. Өҫтәүенә физкультура һәм спорт өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһимлеген билдәләне.
Ултырыштағы ошо һәм башҡа әйтелгәндәр нигеҙендә был мөһим тармаҡты “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Фән” йүнәлештәре буйынса милли проекттар паспорттарына индерергә ҡарар ителде.
Был саралар спорт резервы әҙерлеге төбәк үҙәктәрен булдырыуға һәм үҫтереүгә, өлкәгә барлыҡ быуын вәкилдәрен йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡылырға тейеш.
Читайте нас: