Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең фехтование буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын донъя чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы. Йыйылма команда иҫәбендә ике Өфө ҡыҙы Анастасия Иванова менән Аделина Заһиҙуллина, шулай уҡ Инна Дериглазова менән Лариса Коробейникова инә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменә ебәрелгән телеграммала:
“Хөрмәтле Инна Васильевна, Аделина Рөстәм ҡыҙы, Анастасия Андреевна, Лариса Викторовна!
Ысын күңелдән һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайым!
Үҙегеҙҙең триумфығыҙ менән 2019 йылғы донъя чемпионатында беҙҙең йыйылма команданың уңыштарын арттырҙығыҙ. Ватандың юғары ҡаҙаныштар спорты тарихына тағы бер сағыу бит өҫтәнегеҙ, үҙегеҙҙе ныҡлы, татыу, яҡшы әҙерлекле команда итеп күрһәттегеҙ.
Һәм әлбиттә, билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам иткән, абруйлы бәйгелә лайыҡлы сығыш яһарға өйрәткән һеҙҙең остаздарығыҙҙың, белгестәрҙең дә ҙур хеҙмәтен баһалағым килә.
Һеҙгә артабан да юғары ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем”, тиелә.
Фехтование буйынса донъя чемпионаты быйыл 15-нән 23 июлгә тиклем Будапешт ҡалаһында үтте. Сирек финалда ҡыҙҙар Көньяҡ Корея командаһы менән көс һынашты, ярымфиналда американкаларҙы 45:36 иҫәбе менән еңде. Финалда улар Италия командаһы менән алышты. Ярыш бик көсөргәнешле булды, аҙағына тиклем тигеҙ шарттарҙа барып, һуңғы секундтарҙа беҙҙең ҡыҙҙар еңеүгә өлгәшә алды. 43:42 иҫәбе менән алтын миҙал беҙҙә!