Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Октябрь 2019, 18:00

Сатраш уйынына һөйөү

“Сатраш та булдымы һөнәр! Шайтан уйыны бит ул! Бөлдөрҙөң, харап иттең бит беҙҙе! Хәҙер инде бөтөнләй хәйерсе булып ҡалдыҡ. Кеше күҙенә күренеп йәшәр хәл ҡалманы, – тигән атаһы, ҡайғырып…” (“Әминбәк” башҡорт халыҡ әкиәтенән). Бына ошолай хурланған уйынға Яңыбай урта мәктәбендә бик теләп өйрәнәләр.

Д. Кәлимуллина фотоһы.
Д. Кәлимуллина фотоһы.
Сатраш уйынына һөйөү
“Сатраш та булдымы һөнәр! Шайтан уйыны бит ул! Бөлдөрҙөң, харап иттең бит беҙҙе! Хәҙер инде бөтөнләй хәйерсе булып ҡалдыҡ. Кеше күҙенә күренеп йәшәр хәл ҡалманы, – тигән атаһы, ҡайғырып…”
(“Әминбәк” башҡорт халыҡ әкиәтенән).
Бына ошолай хурланған уйынға Яңыбай урта мәктәбендә бик теләп өйрәнәләр. Беҙ барғанда 5-се класс уҡыусылары дәрестән тыш ваҡыттарында шашкала Илфат Хужәхмәтов менән шөғөлләнәләр ине. Яңыбай уҡыусылары йыл һайын район кимәлендә уҙған шахмат-шашка ярыштарында ҡатнашып торалар, яҡшы ғына һөҙөмтәләр ҙә күрһәтәләр. Ә 8-се класс уҡыусыһы Гөлсөм Хужәхмәтова район кимәлендә өс йыл рәттән беренселекте берәүгә лә бирмәй, республика кимәлендәге ярыштарҙа ла ҡатнаша.
“Бәләкәйҙән мауығам шашка-шахматтар менән, атайым дүрт йәшемдә үк өйрәтте уйнарға”, – ти ҡыҙ. Атаһы Хәйҙәр ағай өйрәткән отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйынды мәктәптә килгәс тә ташламай, тағы ла ҡыҙыбыраҡ, дәртләнеп өйрәнә башлай. Ул тәүге тапҡыр район кимәлендә ярышта бишенсе класта ҡатнаша һәм беренсе урын яулай. Республикала кимәлендә уҙғарылған ярыштарға район командаһы составында ла барырға өлгөргән ҡыҙ. Ошо уҡ йылы республика кимәлендә һигеҙенсе була. Шунан бирле йыл да ҡатнаша һәм һәр ваҡыт тәүге унау иҫәбенә эләгә. Ә шахмат менән алтынсы класта ҡыҙыҡһына башлай. Былтыр республика кимәлендә ярышҡа бара һәм тәүге 15 уйынсы иҫәбендә Гөлсөмдөң дә исеме яҙыла. Ишембай, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында көс һынашҡан Гөлсөм. Талантлы ҡыҙ хатта атаҡлы шахматсы Карповтың автографы ҡуйылған китап менән дә бүләкләнгән.
Сатраш уйындарына һөйөү уларҙың нәҫеленән киләлер. Ҡасандыр Хәйҙәр ағай ҡыҙына өйрәткән кеүек, Гөлсөм дә ҡустыһы Харисҡа шашка-шахмат уйындарын төшөндөрә. “Тик ул минең кеүек үк тырыз түгел, әҙерәк йыбана”, – ти көлөп Гөлсөм.
Уҡыған дәрестәр араһынан теүәл фәндәр нығыраҡ оҡшай Гөлсөмгә. Был уға шашка-шахмат партияларын өйрәнгәндә ярҙам итә. Ҡыҙҙың кумирҙары ла бар: шашка буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, уның менән Абзанға килгәндә танышҡандар, хатта бер партия уйнағандар ҙа. Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамланған. Чемпиондың ҡулынан шашка уйындары тураһында китап алған Гөлсөм. Шулай уҡ донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның еңеүҙәрен, уйындарын ҡыҙыҡһынып ҡарап бара ул.
Киләсәк пландарға килгәндә, Гөлсөм әлегә ниндәй һөнәр һайлаясағын белмәй. Шулай ҙа уның ҙур теләге – нефть университетына уҡырға инеү, был абруйлы уҡыу йорто күптәрҙең хыялы. Апай-ағайҙары әйтеүенсә, унда кәрәкле һәм үҙеңә оҡшаған һөнәр алырға була. Гөлсөмдөң ике туған ике ағайы шунда белем ала һәм был белем йортон һылыуҙарына маҡтап һөйләгәндәр. Ә әлегә, уҡытыусылары әйткәнсә: “Уҡырға ла уҡырға!”
Хәҙер балалар күп ваҡыттарын компьютер алдында, телефон менән үткәрергә ярата. Йәнең теләгән секцияларҙы, түңәрәктәрҙе һайлап, шуларҙа шөғөлләнһәң, яҡшыраҡ, әлбиттә. Сөнки спорт физиологик, шулай уҡ психологик күҙлектән ҡарағанда балаларҙың гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Ә шахмат логик фекерләүҙе, иғтибарҙы, хәтерҙе яҡшырта. Шулай уҡ баланың характеры формалашыуында ла ҙур роль уйнай.
Ә әкиәт нисек бөтәме? Әминбәк шахмат уйынында батшаны өс тапҡыр еңеүгә өлгәшә һәм алдан килешеү буйынса тәхеткә ултыра. Бынан һығымта яһарға мөмкин, тимәк, әгәр һин шашка-шахматта уйнарға өйрәнһәң, бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫһың. Һәм Яңыбай уҡыусыларына ғына түгел, был уйындар менән мауыҡҡан һәр бер балаға уңыш тәхете юлдаш булһын!
Читайте нас: