Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Декабрь 2019, 18:51

“Үҙемде улар өсөн яуаплы тоям”

“Һәр мәктәптә көрәш түңәрәге булырға тейеш, был турала республика Башлығы Радий Хәбиров та әйтә. Башҡа спорт төрҙәренә әүрәргә була, ә беҙ үҙебеҙҙең төп милләт икәнде онотмайса, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ – милли көрәште үҫтерергә, балаларға өйрәтергә бурыслы, – ти Хөрмәт Хәмит улы. – Ризаитдин Фәхретдин милли көрәште иң ғәҙел алыштарҙың береһе тип әйткән. Беҙ уны һүндерергә тейеш түгелбеҙ”.

– Көрәшселәрем үҫеп сығып бөтһәләр ҙә, улар өсөн үҙемде һаман яуаплы тоям. Эш боҙмаһындар тип, уларҙың киләсәге өсөн борсолоп торам. Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре тормошта юғалып ҡалмаһындар ине тием. – Был һүҙҙәрҙе Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында милли көрәш секцияһын алып барған Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилевтан ишетергә тура килде.
Ҡасандыр Муйнаҡ урта мәктәбендә көрәш секцияһын ойоштороп, үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән команда булып район исеменән республика кимәлендә сығыш яһайҙар. Һәм өс йыл рәттән беренселекте берәүгә лә бирмәйҙәр. Шул ярыштарҙа йөрөгән егеттәр араһында 23 республика чемпионы, тағы ла призерҙар бар. Был турала Муйнаҡ мәктәбенең 100 йыллығын үткәргән ваҡытта ла билдәләп кителде. “Һәр мәктәптә көрәш түңәрәге булырға тейеш, был турала республика Башлығы Радий Хәбиров та әйтә. Башҡа спорт төрҙәренә әүрәргә була, ә беҙ үҙебеҙҙең төп милләт икәнде онотмайса, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ – милли көрәште үҫтерергә, балаларға өйрәтергә бурыслы, – тип һүҙен дауам итә Хөрмәт Хәмит улы. – Ризаитдин Фәхретдин милли көрәште иң ғәҙел алыштарҙың береһе тип әйткән. Беҙ уны һүндерергә тейеш түгелбеҙ”.
Әлеге ваҡытта гимназияла көрәш секцияһын алып барған Хөрмәт ағайҙың борсолоуҙары бушҡа түгел. 28 ноябрҙә башҡорт гимназияһында Милли көрәш буйынса асыҡ турнир уҙғарылған. Унда саҡырылып та төрлө сәбәптәр менән килмәй ҡалған мәктәптәр шундай ҙа матур уйынды күреүҙән, үҙҙәрен күрһәтеүҙән мәхрүм ҡалған. Гимназия көрәшселәренә үҙ-ара көрәшергә тура килә. Көрәш секцияһына йөрөгән 50 уҡыусының 38-е келәмгә көс һынашырға сыҡҡан. Әлбиттә, был уҡыу йортона төрлө ауылдарҙан йыйылған уҡыусылар уҡый, балаларының исем-фамилияһын еңеүселәр исемлегендә күргән ата-әсәләр, улар өсөн ғоррурлыҡ тойғоһо кисерер.
Төрлө ауырлыҡ категорияһында беренсе урындарҙы – Айназ Бикбаев (27 кг-ға тиклем), Артем Яковлев (30 кг-ға тиклем), Юнир Сабитов(35 кг-ға тиклем), Асҡар Исхаҡов (40 кг-ға тиклем), Нияз Ҡыуатов (45 кг-ға тиклем), Ильяс Ураҡаев (50 кг-ға тиклем), Данияр Исхаҡов (55 кг-ға тиклем), Айсыуаҡ Ҡәйепҡолов (60 кг-ға тиклем), Рәсим Сәлихов (65 кг-ға тиклем) алған. Еңеүселәргә миҙалдар, почет грамоталары тапшырылған. Ә был сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, еңеүҙәрен улар һуғышта һәләк булған ата-бабалар иҫтәлегенә арнаған.
Балаларҙы ошо ярышҡа әҙерләгән тренерҙары Хөрмәт Исмәғилевтың фекеренсә, әгәр ҙә ошо ҡатнашҡан 38 көрәшсенең унауы ғына ла көрәшкә булған ҡыҙыҡһыныуын һүндермәй, шөғөлләнеүен дауам итһә, милли көрәш һүнмәҫ, дауам итәсәк тигән һүҙ. Ысынлап та, ағаһынан күреп мыртыйы шөғөлләнә (ә гимназияла ағайлы-ҡустылылар күп), мыртыйҙың да мыртыйы бар. Ә кемдер гимназияға уҡырға ошо көрәш секцияһы булғанға килә икән.
Эйе, гимназия үҙенең ҡаҙанында ғына ҡайнай. Шуға күрә улар иптәштәрсә осрашыуҙарға барырға, үҙҙәренә саҡырырға уйлайҙар, Күгәрсен, Йылайыр райондары менән хеҙмәттәшлек итәләр икән. Беҙ ҙә киләсәктә көрәшселәр район данын республика кимәленә йәнә күтәрер тип өмөтләнәбеҙ.
Читайте нас: