Бөгөнгө һүҙебеҙ – Байыш мәктәбенең 6-сы класында уҡыған Нәркәс Ҡолтаева тураһында.
Биштирәк ауылында татыу ғаиләлә йәшәгән Нәркәскә бәләкәйҙән үк хәрәкәтле уйындар оҡшай. Ауылдағы башланғыс мәктәптә уҡығанында физик культура дәрестәрен, спорт ярыштарын, эстафеталарҙы бигерәк тә үҙ итә, йүгереүҙә, саңғы ярыштарында берәүҙе лә алдына сығармай. Икенсе кластан йүгереү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, кис һайын көн дә ауылдың Елбаш тигән еренә тиклем апаһы Айһылыу менән йүгерәләр. Байышта уҡый башлағас, физкультура уҡытыусыһы Азат Мөхәмәтйәнов йүгереү серҙәре нығыраҡ өйрәтә, уны район кимәлендәге ярыштарға әҙерләй, тренировкалар уҙғара. Үҙенең тырышлығы, уҡытыусыһының өйрәтеүҙәре менән Нәркәс район ярыштарында ҡатнашып, гел генә тәүге урындарҙы яулай. Йәше буйынса хатта үҙенән ҙурыраҡтар араһында ла еңеүҙәргә өлгәшә. Быйыл Иҙелбәк ауылында 9 Майға арналып уҙғарылған кроста беренсе урын алған, шулай уҡ көҙ көнө “Дуҫлыҡ” паркында белем биреү учреждениелары араһында Республика көнөнә арналып үткәрелгән Көҙгө еңел атлетика кросында беренсе урын яулаған.
Нәркәстәрҙең ғаиләләре бик татыу, өйҙәге бөтә эштәрҙе лә бергә башҡарып, ял итергә лә ваҡыт табалар. Йәйҙәрен Ҡаҫмарт, Һаҡмар йылғаларына барып, туйғансы йөҙәләр, ә ҡыштарын Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы турбазаға йыш йөрөйҙәр, унда ватрушкала, саңғыла шыуыу оҡшай Нәркәскә. Ҡыш Ергәйеш йылғаһы туңһа, конькиҙан төшмәйҙәр, ауылдағы һәр баланың да “тимер аяҡ”тары бар икән. Йәйге каникулда Байыш мәктәбендә ойошторолған лагерҙа мыртыйы Данис, апайы Дарина менән ял иткәндәр, Өфөләге – Венера, Күмертауҙағы – Гөлсинә, Мәләүездәге Тамара апаларына, шулай уҡ Ишембай ҡалаһында йәшәүсе өләсәһенә ҡунаҡҡҡа барырға ла өлгөргән.
“Элмәле ауылы егете, Байышта белем алған Илһам ағай Ишмөхәмәтов кеүек Башҡортостан, Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, чемпион булғым килә. Һәм мин шуға ынтылам да”, – тип хыялдары менән бүлешә Нәркәс. Уҡыуҙа ла һынатмаған, башҡа төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнашып торған ҡыҙға хыялының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.