Бөгөн "Иҙәш бөркөттәре" шәп сара уҙғарҙы. Ҡышҡы спорт төрө - саңғыла уҙышыуҙа йәше лә, ҡарты ла унан ситтә ҡалманы. Еңеүселәр егеттәр әҙерләгән грамоталар һәм аҡсалата ярҙам менән бүләкләнделәр. Ҡатнашыусылар самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланды.