Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2020, 20:45

Афған яугире иҫтәлегенә

22 февраль көнө Трушин мәктәбе спортзалында афған яугире Сәлим Танһыҡҡужин иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Унда Бикбау ауыл биләмәһенең һигеҙ командаһы ҡатнашты.

22 февраль көнө Трушин мәктәбе спортзалында афған яугире Сәлим Танһыҡҡужин иҫтәлегенә арналған волейбол ярышы үтте. Унда Бикбау ауыл биләмәһенең 8 командаһы ҡатнашты.
Тантаналы өлөш - сараны асыу мәктәп фойеһында башланды. Биләмә башлығы Рәмил Юлсанов ир-егеттәрҙе байрам менән тәбрикләне, ярышта уңыштар теләне. Филиал мөдире Динислам Ҡаҙаҡбаев яугир-интернационалист Сәлим Танһыҡҡужиндың ғүмер юлы, уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләне. Артабан башланғыс класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән сығыш күрһәтелде. Ватанды Һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, ҡыҙыҡлы сәхнәләштереүҙәр күрһәтелде.
Икенсе - төп өлөш спортзалда дауам итте. 5 ир-егеттәр һәм 3 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында уйын бик көсөргәнешле барҙы. Һәр команда дәртләнеп, сәмләнеп көс һынашты. Сәғәт 11-ҙә башланған ҡыҙыу ярыш киске 5-тәрҙә генә тамамланды.
Шулай итеп, ир-егеттәр араһында беренселекте лайыҡлы рәүештә Трушин ауылының беренсе командаһы яулаһа, 2-се урын - Бикбирҙе, 3-сө урын Буранғол волейболсыларында.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се урында - Трушин йәштәре, 2-се урында - мәктәп уҡыусылары, 3-сө урын- Трушин ҡатын-ҡыҙҙарында.
Еңеүсе командаларға биләмә башлығы Рәмил Зәйнетдин улы кубок, миҙалдар, грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә Трушин ауылының студенттар командаһы бағымсы Фәрғәт Хәмитов әҙерләгән дәртләндереү призына лайыҡ булды.
Был спорт ярышы ғына түгел, ә төрлө яҡтан ҡайтҡан йәштәрҙе, студенттарҙы йыйып, осраштырыу, аралашыу сараһы ла булды.
Бөтә ҡатнашыусылар мәктәп ашханаһында тәмле төшкө аш ашап, сәй эсеп, бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Йыл һайын үткәрелеп торған ярыш өсөн ойоштороусыларға ла, барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт!
Читайте нас: