Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2020, 19:00

Һәр ваҡыт, бар ерҙә лә уйнап булған уйын

Үтәғол урта мәктәбе балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Бында уҡыусыларҙың күптән көтөп алған шахмат ярышы үтәсәк. Сара БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Саматов Фәтих Бикмырҙа улы үҙ призына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, быйыл 20- се тапҡыр уҙғарыла.Шахмат ярышы барышы, уның еңеүселәре тураһында тулыһынса сайтта уҡырһығыҙ.

Үтәғол урта мәктәбе балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Бында уҡыусыларҙың күптән көтөп алған шахмат ярышы үтәсәк. Сара БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Саматов Фәтих Бикмырҙа улы үҙ призына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, быйыл 20- се тапҡыр уҙғарыла. Тантаналы линейканы асып, мәктәп директоры Ишемйәров Рифҡәт Фәтих Бикмырҙа улына йәш быуынды тәрбиәләүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ теләп, мәктәптә һәр ваҡыт көтөп ҡалынған хөрмәтле ҡунаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Үтәғол ауыл биләмәһе башлығы Фазлыев Сабит илебеҙҙең тыныслығы, балаларҙың яҡты киләсәге, бәхетле тормош өсөн барған Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләне, ярышта ҡатнашҡан уҡыусыларға уңыштар теләне. Ошо һуғышта һәләк булғандарҙы, хеҙмәт яланында вафат булғандарҙы һәм ветерандарҙы иҫкә алдып бер минутҡа тын ҡалдыҡ. Фәтих Бикмырҙа улы үҙенең шахмат менән бәйле тормош юлын, еңеүҙәрен уҡыусыларға бәйән иткәндән һуң, ярыш шарттары менән таныштырып, кәңәштәрен дә еткерҙе:
– Шахмат – фекерләргә өйрәтә торған уйын. Тәрбиә сараһы булараҡ та бик файҙалы. Фигураға тотонғанһың икән – йөрө, ҡулыңды фигуранан алһаң – йөрөгән һанала. Был ҡағиҙә эшләр алдынан яҡшылап уйларға, үҙ аҙымың өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтә. Тормош гел еңеүҙән тормай, шахматта ла шулай. Еңелеүҙән ҡурҡмаҫҡа, түҙемле булырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, балалар – уйынға!
Ике бүлмәлә уҡыусылар шахмат таҡталары артында үҙ урындарын ала. Тынлыҡ. Бер аҙҙан ғына яйлап ҡулдар күтәрелә башлай. Протоколға мәрәйҙәр ултыртыла. Көсөргәнешле уйындан һуң Әхмәров Салауат, Ҡотлобаев Айгизәр, Йосопов Роберт тәүге урындарҙы бүлеште. Ҡыҙҙар араһында Теләмова Динә, Ноғоманова Карина көслө уйынсы икәндәрен иҫбат итте. Башланғыс класс малайҙары араһында Арыҫланов Алик, Ҡазбулатов Наил, Төрөпҡолов Арыҫлан, ҡыҙҙарҙан – Ноғоманова Алина, Бессонова Елена, Бирҙеғолова Илүзә еңеүсе булдылар.
– Шахмат уйнау өсөн стадиондар ҙа, ҡиммәтле инвентарь ҙа кәрәк түгел. Уны һәр ваҡыт, бар ерҙә лә уйнарға мөмкин. Ә уйнай белмәһәгеҙ, өйрәнергә бер ҡасан да һуң түгел. Үҫергә, алға барырға кәрәк, – тигән һүҙҙәр менән еңеүселәрҙе маҡтау ҡағыҙҙары, ярышта ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү приздары менән бүләкләүҙәрҙе тамамлап ҡуйҙы Фәтих Бикмырҙа улы. Киләсәктә бөтә райондан шахмат һөйөүселәрҙе лә саҡырып көс һынашырға тигән теләктәр менән таралышты уҡыусылар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаларға йөрәк йылыһын таратҡан Фәтих Бикмырҙа улына һаулыҡ менән ғаилә бәхетендә йәшәүен теләйбеҙ, оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Дәүләтбәкова Сәүиә, физик тәрбиә уҡытыусыһы.
Читайте нас: