Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Март 2020, 18:45

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Аҡ Барыҫ» менән серияның дүртенсе уйынына билеттар һата башланы

«Йәшел дерби»ға билеттар һатыла башланы. Был хаҡта Башҡортостандың баш ҡалаһы командаһының рәсми сайтында хәбәр ителә. «Салауат Юлаев» хоккей клубы Көнсығыш конференцияһының...

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы йәнә «йәшел дерби»ға билеттар һата башланы. Был хаҡта Башҡортостандың баш ҡалаһы командаһының рәсми сайтында хәбәр ителә.
«Салауат Юлаев» хоккей клубы Көнсығыш конференцияһының ярымфиналына әҙерләнеүен дауам итә. Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ына ҡаршы плей-офф серияһын сит боҙҙа башлайбыҙ. Тәүге уйындар 18 һәм 20 мартта «Татнефть-Арена»ла була. Шунан һуң «Йәшел дерби» Өфөлә дауам итә. Матчтар 22 һәм 24 мартҡа билдәләнгән», — тиелә хәбәрҙә.
Билеттар онлайн һәм «Өфө-Арена» кассаларында һатыла. Бынан алда «Башинформ» агентлығы Ҡазанда һәм Өфөлә плей-офф уйындарының яңы коронавирус таралыу хәүефе булыуы сәбәпле тулы булмаған залда үтеү мөмкинлеге хаҡында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: