Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2020, 12:00

Солтановсылар, афарин!

Кисә Салауат ҡалаһында "Һаҡсылар, алға!" спорт-мәғариф уйынының зональ этабы үтте. Унда Ейәнсура данын ярыштың район этабында еңеү яулаған Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылар (етәкселәре Дилара Аҡъюлова менән Сергей Завалихин) яҡланы. Һәм, әйтергә кәрәк, бик лайыҡлы яҡланы! 4-се класс уҡыусылары

Кисә Салауат ҡалаһында "Һаҡсылар, алға!" спорт-мәғариф уйынының зональ этабы үтте. Унда Ейәнсура данын ярыштың район этабында еңеү яулаған Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылар (етәкселәре Дилара Аҡъюлова менән Сергей Завалихин) яҡланы. Һәм, әйтергә кәрәк, бик лайыҡлы яҡланы! 4-се класс уҡыусылары ярыштың ориентир билдәләү, робототехника, экологик хәүефһеҙлек төрҙәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Яңы төр - остаздар бәйгеһе ҡыҙыҡ булһа, сәләмләүҙә уларға етеүсе булманы.
Һөҙөмтәлә, кескәй солтановсылар - "Ватан һаҡсылары" командаһы 1-се урынға лайыҡ булды! Уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ һәм Өфөлә үтәсәк республика этабында ла еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!
Читайте нас: