"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2020, 11:00

Һаулыҡ, көс һәм матурлыҡ бүләк итә

Бөгөн, 8 август – Физкультурниктар көнөРайон хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауын сайтта уҡығыҙ.

8 август – Физкультурниктар көнө
Һаулыҡ, көс һәм матурлыҡ бүләк итә
Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, физкультура яратыусылар!Һеҙҙе спорт һәм һаулыҡ байрамы – Физкультурниктар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Спорт кешеләргә һаулыҡ, көс, матурлыҡ, яҡшы кәйеф бирә, сыныҡтыра һәм ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Физкультура һәм спорт йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, уларҙың физик һәм рухи мәҙәнилеген күтәреүҙә һәм күп социаль проблемаларҙы хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл барыбыҙға ла коронавирус пандемияһына бәйле яңы һынау үтергә тура килде һәм ул физик культура, спорт һаулыҡты һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа иң әһәмиәтле факторҙар иҫәбендә булыуын күрһәтте.
Спорт менән һәр йәштә лә шөғөлләнеп булыуын үҙ өлгөһөндә күрһәтеүселәргә, көйәрмәндәрҙе үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөүселәргә, спортсыларыбыҙҙың еңеүҙәре өсөн көс һалыусыларға, республикала физкультураны һәм спортты үҫтереү өсөн янып-көйөүселәргә рәхмәт белдерәм.Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, күтәренке рух, бәхет, сағыу ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: