Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Сентябрь 2020, 12:00

Егеттәрҙең танауына сиртте Индира

Афарин!5 сентябрҙә “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башкирия” ат спорты турнирында Ейәнсура, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Баҡалы, Мәсетле райондары ҡатнашты. ”Терра Башкирия”ның финалына сығыр өсөн ярышыусыларға күп һынауҙарҙы үтергә тура килде. Районыңдың иң яҡшылары иҫәбенә инеү һәм хәл иткес ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, “Аҡбуҙат” ипподромының башҡорт тоҡомло аттарын да йүгәнләргә тура килде уларға.Тулы мәҡәлә менән сайтта танышырһығыҙ.

5 сентябрҙә “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башкирия” ат спорты турнирында Ейәнсура, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Баҡалы, Мәсетле райондары ҡатнашты. ”Терра Башкирия”ның финалына сығыр өсөн ярышыусыларға күп һынауҙарҙы үтергә тура килде. Районыңдың иң яҡшылары иҫәбенә инеү һәм хәл иткес ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыш, “Аҡбуҙат” ипподромының башҡорт тоҡомло аттарын да йүгәнләргә тура килде уларға.
Беҙҙең райондан Ейәнсура район хакимиәтенең махсус кубогына ете һыбайлы: Индира Байғүбәкова, Дмитрий Нуржанов, Рәмзил Хөсәйенов, Руслан Юлдыбаев, Илһам Хөсәйенов, Алмир Әбүбәкеров, Дим Сибәғәтуллин көс һынашты. Һәм берҙән-бер ҡыҙыҡай берәүгә лә ал бирмәне, беренсе урынды яуланы. Ярыш шарттары буйынса район-ара уҙышыуҙа тик таҙа тоҡомло башҡорт аттары ҡатнашырға тейеш, улар Р. Хөсәйенов һәм Д. Нуржановта ғына ине. Ярышҡа сыҡҡан биш райондан ун һыбайлы араһында Рәмзил – дүртенсе, ә Дмитрий бишенсе урын алды.
Еңеүсе – Ҡырмыҫҡалы районынан Илмир Әминев. Илмир һәм һайлап алыу турында еңгән башҡа һыбайлылар 12 сентябрҙә Республика Башлығының призына – 12 млн һум аҡса өсөн ярышасаҡ. Еңеүсене Ҡоролтайҙың махсус бүләге лә көтә. Тура эфирҙы киләһе шәмбе, сәғәт 12:00-дә ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: