Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Октябрь 2020, 14:00

Ейәнсура – көрәшселәр төйәге, Үрге Муйнаҡ – уның үҙәге

Үҫәргән, Ейәнсура көрәшселәренең даны Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле булыуында Үрге Муйнаҡ мәктәбенең өлөшө сикһеҙ ҙур. Тап ошо мәктәптә 1985 йылда райондың милли көрәш мәктәбенә нигеҙ һалына...

Үҫәргән, Ейәнсура көрәшселәренең даны Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй кимәлендә билдәле булыуында Үрге Муйнаҡ мәктәбенең өлөшө сикһеҙ ҙур. Тап ошо мәктәптә 1985 йылда райондың милли көрәш мәктәбенә нигеҙ һалына. Ул саҡтағы мәктәп директоры Булат Ишемйәровтың тәҡдиме буйынса йәш уҡытыусы Хөрмәт Исмәғилев түңәрәк ойошторорға йөрьәт итә. Был изге башланғыс уңышлы була һәм спорт өлкәһендә районыбыҙҙың данын күтәрә.
Бөгөн Муйнаҡтың йәш көрәшселәрен ошо уҡ мәктәп тәрбиәләнеүсеһе Рәфис Ғайсин етәкләй. Түңәрәктә 30 бала шөғөлләнә һәм, әйтергә кәрәк, улар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. Республика көнө һәм райондың 90 йыллығы уңайынан йәш көрәшселәр ҙур бүләк – көрәш менән шөғөлләнеү өсөн йыһазландырылған спорт залы ҡабул итеп алды. Байрам тантанаһына район хакимиәтенең спорт, йәштәр һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектең баш белгесе Рәил Исламов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева, ауыл биләмәһе башлығы Даян Атнағолов, көрәште үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған элекке мәктәп директоры Таһир Йосопов, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә күп чемпиондар тәрбиәләнгән тренер Хөрмәт Исмәғилев һәм "Сая" балалар спорт мәктәбе директоры Ришат Йылҡыбаев ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Спорт көрәше – мәктәптәргә” проекты сиктәрендә бындай – тулыһынса: көрәш келәме, стеналарға “һаҡлағыстар”, манекендар, гимнастика өсөн маттар, турниктар менән йыһазландырылғанспорт залдары муйнаҡтар менән бер юлы республиканың тағы 45 мәктәбендә асылды. Был тантана баш ҡалабыҙҙа грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогына ярыштар асылыу менән тап килде. Йәш көрәшселәрҙе һәм уларҙың тренерҙарын онлайн бәйләнеш аша Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы һәм спортсыларға уңыштар теләне.
Район хакимиәте вәкиле Рәил Тимерғәли улы шулай уҡ тәбрик итеп, быйыл Көйөргәҙе районында үткән ярышта – өсөнсө, Мораҡта икенсе урынға өлгәшкән көрәшселәрҙең хәҙер тағы ла юғарыраҡ үргә ынтылыу мөмкинлеге артыуын билдәләне.
Мәктәп директоры Рәмилә Рәйемғужина Муйнаҡтың, ә Хөрмәт Хәмит улы райондың көрәш мәктәбе тарихына туҡталды, уның тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында һөйләне. Эйе, спорт, физик әүҙемлек сәләмәтлек йәһәтенән генә түгел, тәрбиәүи яҡтан да бик әһәмитле. Быны әллә нисәлә Рәсәй, Башҡортостан чемпионы тәрбиәләгән Муйнаҡ мәктәбе миҫалында ла иҫбатларға була, сөнки көрәш менән етди шөғөлләнгән егеттәрҙең 98 проценты юғары белем алған. Хәҙер матур ғаиләләр ҡороп, төрлө урындарҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Ошоларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алып, йәш көрәшселәргә лә һынатмаҫҡа, Ейәнсураны киләсәктә данлап, яңы үрҙәргә күтәрелергә яҙһын!
Читайте нас: