Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ноябрь 2020, 13:00

65+ - өйҙә генә ултырмай!

Был арала көн үҙәгендә гел йылы тора. Ҡояш тышҡа әйҙәләп, саҡырып торғанда өйҙә ултырып буламы ни! "Аҡ сатыр" паркы яғында ла әүҙем ял итеүсе кешеләрҙе көн дә күрергә мөмкин. Скандинав таяҡтары тотоп, йә былай ғына йөрөүселәр шаҡтай бында. Берәмләп тә, икешәрләп тә осрайҙар. Ана, Земфира Абдрахман ҡыҙы күршеһе Луиза Искәндәрова менән йөрөп ята. Ә парк эсендә Гөлсирә Монасипова таяҡтар менән елдерә генә! Ҡыуып етермен тимә! Йәй көндәрендә елп-елп баҫып, йәштәрҙе лә уҙып китеүсе, инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Нурания апай Шәмсетдинова ла әхирәте Земфира Суракова менән таяҡтар тотоп сыҡҡан.

- "Самоизоляция!"- беҙҙең кеүек өлкәндәргә хәҙер иркенләп урамда йөрөү тыйылды бит, 11-ҙән 13.00-гә тиклем арауыҡта магазин-аптекаларҙа йомошто йомошлайбыҙ ҙа, бына ошо таяҡтарҙы алып, прогулкаға сығабыҙ", - ти Нурания апай.
Эйе, һуңғы бер нисә йыл эсендә был скандинав таяҡтары тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Скандинав таяҡтары менән йөрөү хәҙер ауылдарҙа ла киң таралған ял һәм спорт төрөнә әйләнеп бара. Пандемия шарттарында - бигерәк тә.
– Йәйәү йөрөү – һәйбәт, ә таяҡтар менән яҡшыраҡ, - тиҙәр минең юлдаштарым. - Уның асылы бик ябай: ғәҙәти аҙымдар менән атларға, әммә шул уҡ ваҡытта таяҡтар менән ерҙән этелергә кәрәк. Улар яҡынса ярты тән ауырлығын үҙенә алып, кәүҙәгә хәрәкәтләнергә ярҙам итә. Был мәлдә арҡа, янбаш тирәһе, яурын, ҡул мускулдарының 90 проценты әүҙем эшләй, йөрәк ҡан менән тиҙерәк тәьмин ителә. Был алым кәүҙәгә еңел хәрәкәтләнергә, уны төҙ тоторға ярҙам итә, аяҡтарға көс төшөрмәй.
Кәңәш: башлап ебәргәндә таяҡты түбәндәге иҫәпләүгә ярашлы алығыҙ: кәүҙә оҙонлоғон 0,66-ға ҡабатлағыҙ.
Читайте нас: