Спорт
18 Марта 2021, 09:00

Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтерәбеҙ

17 мартта райондың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғолдоң белем биреү усаҡтары араһында Советтар Союзы Геройы К.К. Хәйбуллин исеменә булдырылған күсмә кубокка сираттағы шахмат турниры үтте. Унда район үҙәгенең 1-се, 2-се, Ф.Солтанов исемендәге мәктәптәренән, башҡорт гимназия-интернатынан йәмғеһе һигеҙ үҫмер ҡыҙ ҡатнашты.#спорт

#спорт
17 мартта райондың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғолдоң белем биреү усаҡтары араһында Советтар Союзы Геройы К.К. Хәйбуллин исеменә булдырылған күсмә кубокка сираттағы шахмат турниры үтте. Унда район үҙәгенең 1-се, 2-се, Ф.Солтанов исемендәге мәктәптәренән, башҡорт гимназия-интернатынан йәмғеһе һигеҙ үҫмер ҡыҙ ҡатнашты. Киләсәктә мәктәп командаларына алмаш уйынсылар әҙерләү маҡсатында был юлы турнирға бер төп уйынсынан тыш түбән кластарҙан тағы ла бер уйынсы саҡырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: үткән йыл күсмә кубокты башҡорт гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Эльза Ҡыуандыҡова отҡайны. Быйылғы уйындарҙың һөҙөмтәләре буйынса күсмә кубокка Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенән 6-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Уразаева эйә булды. Көмөш миҙалды Ф. Солтанов исемендәге Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уйынсыһы Любава Липская, ә бронзаны гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Эльза Ҡыуандыҡова отто.
Бәләкәйҙәр төркөмөндә иң яҡшы һөҙөмтәне Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 2-се класс уҡыусыһы Гөлназ Ғайсина күрһәтте һәм ул “алтын” миҙалға лайыҡ булды. “Көмөш” миҙалды 1-се мәктәпең 5-се класс уҡыусыһы Лиана Мусина яуланы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: тәү тапҡыр ғына ярыштарҙа ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, Гөлназ Ғайсина үҙен һәләтле шахматсы итеп танытты. Әйткәндәй, турнир барышында кескәйҙәр ҙә үҙҙәренән күпкә тәжрибәле уйынсылар менән көс һынашты, үҙ кимәлен баһаланы.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар бүлегенең медальондары, Маҡтау грамоталары тапшырылды. Уйынсыларға шулай уҡ Иҫәнғолдан шәхси умартасы Ғәбделхаҡ Ҡәҙербәковтан аҡсалата бүләк таратылды һәм сәй табыны ойошторолдо.
Миҙхәт Аҫылбаев, ярыштың баш судьяһы.
Читайте нас