Яңыраҡ Муйнаҡ ауылы көрәшселәре Күгәрсен районы Ишбирҙе ауылына ярышҡа барып ҡайтты. Йәш көрәшселәр үҙ ауырлыҡтарында лайыҡлы сығыш яһап, Аслан Солтанбаев (35 кг) - беренсе, Илфир (30 кг) һәм Рәфис Ғайсиндар - икенсе, Илнар Тайсин (35 кг), Дамир Ишбаев (60 кг), Илназ Яубаҫаров (70 кг) өсөнсө урын яуланы. Дөйөм һөҙөмтә буйынса иһә команда өсөнсө урынға лайыҡ булды.