Спорт
2 Августа 2021, 11:50

Токиолағы Олимпиада уйындарына бағышлап...

КүңеллеКүңелле
Күңелле

Ейәнсура районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәселәре балаларға спорт ярыштары ойошторған.

Ойоштороусы тәрбиәселәр Ф. Р. Ҡотлогилдина, А. З. Гәрәйева был сараны "Минең шаян тубым" тип атаған. Был ярыштарҙың маҡсаты - балаларҙың Токиола барған Олимпиада тураһында белемдәрен киңәйтеү!

"Балалар саранан ыңғай эмоциялар, яҡшы кәйеф алдылар. Белеүебеҙсә, позитив - һаулыҡтың төп факторҙарының береһе!" - ти Фәйрүзә Ҡотлогилдина.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух! Афарин! 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас