Спорт донъяһының бар иғтибары Токиолағы Олимпиаданан һуң Башҡортостанға уҡталды.
Был ҙур спорт бәйгеһе 54 илдән 1500 ҡатнашыусыны йыя. Чемпионат Өфөлә 13 августа грэпплинг буйынса ярыштар менән башлана, 16 августан грек-рим көрәше һәм ирекле көрәш буйынса ярыштарға старт бирелә. Чемпионат 22 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Өфөләге чемпионат 2024 йылда Парижда үтәсәк Олимпия уйындары өсөн мөмкин булған ҡатнашсыларҙы һайлау буласаҡ.