Спорт
8 Ғинуар 2022, 06:55

Беҙҙең районда волейбол уйнарға яраталар

7 ғинуарҙа Трушин мәктәбе спортзалы гөрләп торҙо. Бында волейбол буйынса дуҫтарса осрашыу булып үтте. Ейәнсура районы хакимәте командаһы, Бикбау ауыл биләмәһенең йыйылма һәм Таҙлар ауылдары йыйылма командалары осрашты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Таҙларҙар - беренсе, Бикбау биләмәһе командаһы - икенсе һәм район хакимиәте командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Беҙҙең районда волейбол киң билдәлелек яулаған спорт төрө. Кесе Һүрәм буйы йәштәре һәм урта быуын да был уйынға өҫтөнлөк биреп, ҡышҡы оҙон кистәрҙә спортзалда йыйылып туп һуғалар.

Беҙҙең районда волейбол уйнарға яраталарБеҙҙең районда волейбол уйнарға яраталар
Беҙҙең районда волейбол уйнарға яраталар

7 ғинуарҙа Трушин мәктәбе спортзалы гөрләп торҙо. Бында волейбол буйынса дуҫтарса осрашыу булып үтте. Ейәнсура районы хакимәте командаһы, Бикбау ауыл биләмәһенең йыйылма һәм Таҙлар ауылдары йыйылма командалары осрашты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Таҙларҙар - беренсе, Бикбау биләмәһе командаһы - икенсе һәм район хакимиәте командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Беҙҙең районда волейбол киң билдәлелек яулаған спорт төрө. Кесе Һүрәм буйы йәштәре һәм урта быуын да был уйынға өҫтөнлөк биреп, ҡышҡы оҙон кистәрҙә спортзалда йыйылып туп һуғалар.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас