+25 °С
Болотло
Борай ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе залында Бөтә Рәсәй "КЭС - Баскет" мәктәп лигаһының 2021-2022 миҙгеленең финалы үтте.
Унда көс һынашҡан 20 райондың үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар командалары араһында беҙҙең спортсылар ҙа булды.
Беҙҙең Ейәнсура районының үҫмерҙәр командаһы уйын һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урын алды.
Ихлас ҡотлайбыҙ! Спортсыларға киләсәктә лә уңыш йылмайһын!