Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2022, 14:05

Афарин, Ғәлим!

Ейәнсура егете Ғәлим Ишмөхәмәтов яңынан-яңы еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора. Бына әле лә ҡул көрәшендә 1-се урын яулап ата-әсәһен ҡыуандырған! Былтыр Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған Ғәлим Ишембай ҡалаһының нефть колледжында I курста уҡып йөрөй. Гимназияла уҡыу дәүерендә үк спорт менән дуҫ булған егет, колледжда ла грек-рим һәм ҡул көрәше түңәрәктәренә йөрөй. Әүҙем тормош алып барыусы йәш яҡташыбыҙға тағы ла яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Беҙҙекеләр ҡайҙа булһа ла һынатмайҙар! Афарин!

Афарин, Ғәлим!
Афарин, Ғәлим!

 Ейәнсура егете Ғәлим Ишмөхәмәтов яңынан-яңы еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора. Бына әле лә ҡул көрәшендә 1-се урын яулап ата-әсәһен ҡыуандырған.

Былтыр Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған Ғәлим Ишембай ҡалаһының нефть колледжында I курста уҡып йөрөй. Гимназияла уҡыу дәүерендә үк спорт менән дуҫ булған егет, колледжда ла грек-рим һәм ҡул көрәше түңәрәктәренә йөрөй. Әүҙем тормош алып барыусы йәш яҡташыбыҙға тағы ла яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Беҙҙекеләр ҡайҙа булһа ла һынатмайҙар! Афарин!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: