-4 °С
Болотло
7 март көнө Бикбау ауылы биләмәһендә Афған һуғышында һәләк булған яугир-интернацианолист Сәлим Танһыҡҡужин кубогына волейбол буйынса ярыш үтте. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙан йыйылма командалар йылдағыса Трушин мәктәбе спортзалында ҡатнашты. Быйыл 4 ир-егеттәр һәм 3 ҡатын-ҡыҙҙар командалары йыйылған.
Көсөргәнешле уйындарҙан һуң Трушин ауылы ир-егеттәре командаһы Бикбау һәм Үрге Бикбирҙе ауылдары йыйылма командаһы – икенсе, Буранғолдар өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Трушин ауылының беренсе командаһы – беренсе, Буранғолдар – икенсе һәм Трушиндарҙың икенсе командаһы өсөнсө булды.
Еңеүселәр миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.