-4 °С
Болотло
Бөгөн "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында милли көрәш буйынса "Үҫәргән батыры - 2022" бәйгеһе булып үтте. Был ярыш быйыл "Наркотиктарға - ЮҠ!" девизы аҫтында районыбыҙҙың өс мәктәбенән, Күгәрсен районы уҡыусылары командаһын һәм физкультура-сәләмәтләндереү комплексына көрәш секцияһына йөрөүсе үҫмерҙәрҙе берләштерҙе.
Шуныһы әһәмиәтле - быйыл "Үҫәргән батыры" бәйгеһе тарихында беренсе тапҡыр ҡыҙҙар ҙа көс һынашты.
25 кг башлап 70 кг һәм унан да ауырыраҡ категорияларҙа 70-ләп ҡатнашыусы булды.
Һөҙөмтәлә, мәрәйҙәр һаны буйынса Муйнаҡ мәктәбе көрәшселәре беренсе урынға сыҡты, таҙларҙар - - икенсе һәм иҙелбәктәр өсөнсө булды.