Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2022, 15:06

Мәктәп спорт залдарында шөғөлләнергә рөхсәт!

Республикала йәшәүселәрҙең белем биреү ойошмаларының спорт залдарында шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Халыҡтың спорт инфраструктураһын файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Мәктәп спорт залдарында шөғөлләнергә рөхсәт!
Мәктәп спорт залдарында шөғөлләнергә рөхсәт!

 

Яңылыҡ республика милкендәге һәм тейешле объекттары булған барлыҡ белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Исемлектә спорт һарайҙары, боҙ ареналары, спорт үҙәктәре, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, спорт һәм уйын залдары, стадиондар бар.

Мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселеге раҫлаған тәртип буйынса дәрестән тыш ваҡытта теләгән һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала. Хеҙмәттәр бушлай, льготалы һәм түләүле булырға мөмкин.

Ҡарар президент Владимир Путиндың «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында» указына ярашлы ҡабул ителде.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: