Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Февраль , 10:15

Һеҙ – район ғорурлығы!

Баскетбол – етеҙлек, тиҙлек, сослоҡ талап иткән спорт төрө. Тап ошо сифаттарға эйә булған 10 малай үткән аҙналауҡыусыларҙың 26-сы спартакиадаһы сиктәрендә Борай районында уҙған "Ҡыҙғылт һары туп" республика баскетбол ярышында чемпион булды!

Һеҙ – район ғорурлығы!
Һеҙ – район ғорурлығы!

Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптә уҡыусы 2011 һәм 2012 йылғыИлшат Абдрахманов, Азат Аҡъюлов, Ринат Сөләймәнов, Арслан Искәндәров, Илназ Ҡолмөхәмәтов, Арслан Саматов, Рәзиф Латипов, Даниэль Шәрипов, Роман Уколов, Артем Грызловтан торған район баскетбол командаһы йыл да зона ярышында еңеп, республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә ине. Беренсе урынды иһә улар тәүгә алдылар. Республиканың иң көслө командалары көс һынашҡан финал еңелдән булмаған, әлбиттә. Әммә көн дә ныҡлы әҙерләнеү, тырышлыҡ, оҫта уйнауҙары уларға еңеү килтергән! Был – уларҙың тренеры Фәнис Сөләймәнов менән уртаҡ хеҙмәт емеше.

– Шатлығыбыҙ сикһеҙ! Ошо ярышта ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн район мәғариф бүлегенә, Спорт комитетына, балаларҙы алып барыуҙа ярҙамдары өсөн хеҙмәттәшем Илнур Хәйбуллинға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт! – ти Фәнис Салауат улы.

Әйткәндәй, ярышҡа барған ваҡытта малайҙар: “Әгәр чемпион булһаҡ, сәсебеҙҙе ҡырҙырабыҙ!” – тип һүҙ бирәләр. Уларҙың алтауһы һүҙен үтәгән дә инде, ҡалғандары ла ниәтләй. Хатта Фәнис Салауат улы ла йыйына икән.

Афарин, спортсы малайҙар һәм шәп тренер Фәнис Салауат улы! Айнә ИМАНҒОЛОВА.

Автор фотоһы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: