Ярышты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов саңғыла яҡшы йөрөү өсөн бик тырыш, түҙемле һәм ныҡ булырға кәрәк булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ ул районда балалар спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен, был эштәр артабан да уңышлы дауам ителәсәген белдерҙе. Артабан ул спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, спортсы балалар тәрбиәләгән физик культура уҡытыусылары – тренерҙар Анзур Сырлыбаев, Йәғәфәр Хәсәнов (М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты), Булат Арсланбаев (Абзан мәктәбе), Илсур Төхвәтуллин (Күгәрсен), Илдус Әбделмәновҡа (Яңы Николаевка) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеге етәксеһе Венер Сабитов ярышта ҡатнашыусыларҙы дистанциялар менән таныштырҙы,уларға уңыштар теләне.
Бөтә райондан йыйылыусы саңғысылар уҙышы ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле үтте. “Тиҙерәк!”, “Артыңдан ҡыуып етеп киләләр бит!”, “Маладис! Әйҙә тағы ла шәберәк!”, “Йығылып ҡына ҡуйма инде!” тигән һәм башҡа тауыштар яңғырап торҙо, ҡатнашыусыларҙы дәртләндерҙе.
Туғыҙ йәш һәм унан кесерәк ҡыҙҙар араһында Гөлсинә Байсурина (гимназия) алдынғылыҡты бирмәне. Зөһрә Боҫҡанова (Башҡорт Үргене мәктәбе) икенсе урын алһа, Юлиә Сырлыбаева (Үрге Муйнаҡ мәктәбе) өсөнсө килде. Ошо уҡ йәш категорияһында малайҙарҙан Даян Хисаметдинов (гимназия) еңеүсе булды. Вилдан Ғайсин (Үрге Муйнаҡ) – икенсе, Вадим Йәғәфәров (гимназия) өсөнсө урын алды.
10-11 йәшлек ҡыҙҙар араһында Азалия Исмәғзәмова (Күгәрсен) беренсе килде. Икенсе урында – Уралиә Сырлыбаева (Үрге Муйнаҡ), өсөнсө урынға Нурзилә Яковлева (Күгәрсен) лайыҡ булды. Малайҙарҙан Данияр Аҙнабаев (гимназия) иң етеҙе булып сыҡты. Рафаэль Исмәғилев (Яңы Николаевка) – икенсе, Вячеслав Усманов (Яңы Николаевка) өсөнсө килде.
12-14 йәшлек ҡыҙҙарҙан Наҙгөл Исмәғзәмова (Күгәрсен) еңде. Рәйлә Арсланова (гимназия) – икенсе, Алһыу Хәсәнова (гимназия) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Малайҙар араһында Искәндәр Исхаҡов (гимназия) еңһә, Мансур Мусин (гимназия) – икенсе, Илнур Әфләтүнов (Ф. Солтанов исемендәге мәктәп) өсөнсө урында.
15-17 йәшлек ҡыҙҙарҙан Гөлфиә Мусина (гимназия) иң шәбе булып сыҡты. Фәүзәнә Ҡыуандыҡова (гимназия) – икенсе, Линара Абдрахманова (Күгәрсен) өсөнсө урын яуланы. Егеттәрҙән Альмир Исмәғзәмов (Күгәрсен) еңеүсе булды. Ишморат Зарипов (гимназия) икенсе, Вилдан Ғафаров (гимназия) өсөнсө урын алды.
Ауыл биләмәләре исеменән ҡатнашыусылар араһында 18-29 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан Илзирә Ҡарабаева (Таҙлар ауыл биләмәһе) беренселекте алды. Ир-егеттәрҙән Фәиз Аллаяров (Иҫәнғол) еңеүсе булды. Икенсе булып Айрат Аҙнабаев (Башҡорт Үргене) килһә, Илдар Рәхимғолов (Иҫәнғол) өсөнсө урын алды.
30-39 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гөлсана Алтынсурина (Күгәрсен) иң шәбе булды. Икенсе булып Әлиә Ураҡаева (Иҙәш) килһә, Екатерина Сорокина (Иҫәнғол) өсөнсө урын алды. Ир-егеттәрҙән Азамат Батыршин (Һүрәм ауыл биләмәһе) беренселекте бирмәне.
40-49 йәш категорияһында ҡатын-ҡыҙҙарҙан Вәсилә Аҙнабаева (Иҫәнғол) еңде. Тәнзилә Ноғманова (Иҫәнғол) – икенсе, Лариса Абдрахманова (Иҫәнғол) өсөнсө урын яуланы. Ир-егеттәрҙән Нурғәле Мөхәмәтйәнов (Иҙәш) беренсе килде. Икенсе урынды Зәбир Аҙнабаев (Иҫәнғол), өсөнсөнө Фәнил Ҡыуатов (Үтәғол) алды.
50-59 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙан Гөлшат Аҡкөбәкова (Таҙлар) еңеү яуланы. Айһылыу Мырҙабаева (Иҫәнғол) – икенсе, Вера Дүшәнбаева (Иҫәнғол) өсөнсө урынға сыҡты. Ир-егеттәрҙән Йәғәфәр Хәсәнов (Иҫәнғол) еңеү яуланы. Салауат Ейәнбирҙин (Башҡорт Үргене) –икенсе, Таһир Бирҙеғолов (Үтәғол) өсөнсө урын алды.
60 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙан Фәнилә Йәнйегетова (Иҫәнғол) еңеүсе булды. Ир-егеттәрҙән Ирәндек Әбделғужин (Үрге Муйнаҡ) беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Юлай Аҡсурин (Башҡорт Үргене), өсөнсөгә Долорис Сәлихов (Иҫәнғол) сыҡты.
Район үҙәге ойошмалары араһындағы уҙышта һәр командала берәр ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет булды. Көсөргәнешле эстафетала район үҙәк дауаханаһынан Лилиә Төхвәтуллина һәм Фәнзил Ҡыуандыҡов еңеп сыҡты. Район мәғариф бүлегенән Зулиә Мусина һәм Илсур Төхвәтуллин икенсе урын уланылар. Өсөнсө урынға район хакимиәтенән Сирен Насирова һәм Рубин Мөхәмәтйәнов лайыҡ булды.
Ярышта ҡатнашыусылар ял иткән арала район үҙәгенең “Ләйсән” һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле бутҡа, ҡайнар сәй менән һыйланды.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
Автор фотоһы.
Фәнзил Ҡыуандыҡов, Яңы Павловка ауылы:
Саңғы менән башланғыс кластан дуҫмын. Уҡытыусыбыҙ Илмир Ғүмәр улы Мөхәмәтйәнов беҙҙе бик яҡшы өйрәтә ине. Район кимәлендә һәр ваҡыт призлы урындар яуланыҡ, республика ярышында ла ҡатнашҡаным булды. Саңғыла мин ярыш ваҡытында ғына түгел, даими рәүештә йөрөйөм. Волейбол менән дә дуҫмын, район дауаханаһының йыйылма командаһы ағзаһымын. Бөгөн ойошмалар араһында еңеү яуланыҡ, бик шатбыҙ!