Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Май , 15:50

Бөйөк Еңеү хөрмәтенә

Ейәнсура уҡыусылары Бөйөк Еңеүгә арналған эстафетала ҡатнашты. 

Бөйөк Еңеү хөрмәтенә
Бөйөк Еңеү хөрмәтенә

Бөгөн Байыш ауылы биләмәһене Ғ.Аҡманов исемендәге мәктәбе район мәктәптәре уҡыусыларын Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған йүгереү буйынса ярышҡа йыйҙы. 

Сараны район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов асты һәм биләмәнең тыл ветерандары менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ҡорбандары һәйкәленә сәскәләр һалды.

Барлығы 13  уҙыштан торған был ярышта райондың 15 мәктәбенән 5-се кластан алып 11-се класҡа тиклем уҡыусылары ҡатнашты. бәләкәстәр 1 километрға уҙышһа, ҙурыраҡ класс уҡыусылары 1,5 км арауыҡта ярышты.

Уҡыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: