– Инде өлкәнәйеп барһам да, спортты ташлағым килмәй! – ти Күгәрсен мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Илсур Төхвәтуллин. Ул бына инде 36-сы йыл балаларҙа спортҡа ынтылыш, һөйөү тәрбиәләй.
Күгәрсен ауылында биш балалы ғаиләлә иң бәләкәсе булып тыуған Илсур мәктәп йылдарынан уҡ ныҡымыш, спортҡа әүәҫ була. Хатта урта кластарҙа уҡығанда бер төркөм малайҙар менән спорт майҙансығы эшләйҙәр. Ололар ярҙам итә-итеүен, шулай ҙа төп эште үҙҙәре башҡара: бер саҡрымдағы пилораманан бысҡы вағын ташыйҙар, волейбол уйнау өсөн селтәр ҡуялар. Был урын малайҙарҙың яратҡан урынына әүерелә: кистәрен уҡыусылар рәхәтләнеп волейбол уйнай.
Спортҡа мөкиббән Илсур Шәйхлислам улы 8-се класты тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегенә уҡырға инә. Ҡаты талаптар ҡуйылған, ауыр күнекмәләрҙән торған һынауҙы үтеүе уның өсөн бик ауыр булмай. Сөнки ул уҡырға инергә ныҡлы әҙерләнә: көн дә Репьевка ауылына тиклем йүгерә (14 саҡрым ара) барып ҡайта.
Училищены тамамлағас, Йылайыр районы Анновка мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Өс ай эшләп өлгөрә – ноябрҙә уны әрмегә алалар. Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡас, Илсур ағай хеҙәт юлын ауылындағы “Урал” совхозында дауам итә. Төҙөүсе, балта оҫтаһы булып, совхоз хеҙмәткәрҙәре өсөн йорттар һалыуҙа ҡатнаша.
1988 йылда, урын бушағас, Илсур Шәйхлислам улын мәктәпкә саҡыралар. Ул ең һыҙғанып физкультура уҡытыуға тотона. Бығаса районда спорт буйынсы алдынғылыҡты бирмәй килгән мәктәп физкультура уҡытыусыһы ауырыу сәбәпле, һуңғы арала аҫҡа төшкән була. Балаларҙы спортҡа ҡайтанан ылыҡтырыу, мәктәпте юғарылыҡҡа күтәреү йәш уҡытыусының оло бурысы була. Бер нисә йылдан Күгәрсен мәктәбе ҡабат алдынғы сафҡа сыға. Һәм бөгөн дә уҡыусылар ярыштарҙан урынһыҙ ҡайтмай. Был – Илсур Шәйхлислам улының тынғыһыҙ хеҙмәте, профессиональ оҫталығы һөҙөмтәһе.
Күәрсендәр йыл тәүге урындарҙы алған саңғыға ғына туҡталайыҡ. Был еңеүҙәр артында күп хеҙмәт һәм тырышлыҡ ята. Уҡыуҙар башланыу менән балалар йүгереп нығынһа, тәүге ҡар ятыу менән Илсур Шәйхлислам улы уҡыусыларын саңғыға баҫтыра. Һәм көн һайын күнекмәләр... Әйткәндәй, Күгәрсен уҡыусыларының күрһәткесе саңғы буйынса ғына түгел, дөйөм спорт буйынса юғары кимәлдә. Шуға ла үткән уҡыу йылында район мәктәптәре араһында уҙған ГТО ярыштарында мәктәп 18 команда араһында икенсе урын яулаған!
Илсур Шәйхлислам улы мәктәптә эш башлаған йылда ауылдашы Нәйлә Харис ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Кәләше лә йәштән саңғыла йөрөргә, волейбол уйнарға әүәҫ була. Ике спортсынан спорт яратмаған бала тыуамы инде? Төхвәтуллиндарҙың өс балаһы ла спортҡа ғашиҡ: ҡыҙҙары Гөлсана Башҡорт физик культура институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. Студент йылдарында саңғы буйынса республика йыйылма командаһы составында йөрөй. Әле кейәүҙәре Вадим менән ике ул үҫтерәләр. Төхвәтуллиндарҙың улы Рәфҡәт мәктәп йылдарында зона һәм республика ярыштарында алдынғылыҡты бер ҡасан да бирмәй. Тик спорт юлын һайламай, Ишембай нефть колледжына уҡырға инә. Мәскәүҙә юғары белем алып, Себерҙә эш урынында быраулау мастеры дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Кесе ҡыҙҙары Лилиә Өфө медицина колледжын тамамлап, Иҫәнғол үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Амелия исемле ҡыҙ үҫтерә. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында үткән спорт ярыштары унһыҙ үтмәй. Лилиә районда еңеү яулап, йыл да үҙен республика кимәлендә һынай. Быйыл 3-сө урын алып ҡайтҡан.
– Был бик яҡшы һөҙөмтә! Шулай итеп, Лилиә ҡыҙыбыҙ беҙҙе ҡыуандырҙы ла, ғәжәпләндерҙе лә, – ти Илсур ағай. – Ата-әсәләр, балаларығыҙҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгеҙ. Секцияларға йөрөһөндәр, йүгерһендәр. Хәҙерге заманда телефон ғына түгел, мотоциклдар ҙа бик зыянлы. Сөнки балалар йәйәү йөрөмәй, был бик насар. Балаларығыҙҙы, айырыуса малайҙарҙы контролдә тотоғоҙ, уларға бит киләсәктә армияға барырға! – тип гәзит уҡыусыларға кәңәштәрен дә еткерҙе.
Илсур ағай Төхвәтуллин тиҙҙән 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Шуға ҡарамаҫтан, ул спорттан айырылғаны юҡ.
– Көн дә иртәнсәк, мал ҡыуғас, ишек алдында ярты сәғәт тирәһе физик күнекмәләр башҡарам. Шунан кәйефем яҡшыра, көсөм арта. Ә йәкшәмбенән башҡа һәр кис өс саҡрым тирәһе йүгерәм. Спорт – минең өсөн йәшәү сығанағы, яҡшы кәйеф, – ти алдынғы физкультура уҡытыусыһы Илсур Төхвәтуллин.
Айнә ИМАНҒОЛОВА. Автор фотоһы.